ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
8 Февраль 2021, 10:54

Ҡышҡы сәйәхәт фажиғәгә килтереүе ихтимал

Ҡыш көнө урман әкиәт донъяһын хәтерләтә, әлбиттә, унда ял аңлатып бөтмәҫлек тәьҫораттар ҡалдыра. Әммә бындай сәйәхәттә күңелһеҙ осраҡтар ҙа булғылай. Бына шундай хәлгә йәш пар осрай...

Ҡыш көнө урман әкиәт донъяһын хәтерләтә, әлбиттә, унда ял аңлатып бөтмәҫлек тәьҫораттар ҡалдыра. Әммә бындай сәйәхәттә күңелһеҙ осраҡтар ҙа булғылай. Артыҡ һыуыҡта бит, аяҡ-ҡулды туңдырыу, бик һалҡын булмаһа ла, тирләгәндән һуң туҡтап торғанда һыуыҡ алдырыу ҡурҡынысы бар. Ә инде аҙашҡанда бөтөнләй өшөп, фажиғәгә тарыу ҙа мөмкин. Бына шундай бәләгә йәш пар осрай яҙған. Ҡапыл көслө буран сығып китә, тирә-яҡта ҡар ҙа ҡар, юл көрт баҫа. Саңғысылар аҙаша... Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нуриман районы урманынан телефон хәбәр алына. Ярай әле шылтырата алғандар, ә бәйләнеш булмаһа… Был хәл бәхетле тамамлана: тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар йәш парҙы эҙләп таба.
Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн ҡотҡарыу хеҙмәтенең иҫкәртеүенә ҡолаҡ һалығыҙ: сәйәхәткә сығыр алдынан яҡындарығыҙға мотлаҡ хәбәр итегеҙ, йылыраҡ кейенегеҙ, мобиль бәйләнешкә сығыр өсөн һәр саҡ телефонығыҙ ҡул аҫтында булһын, уны алдан, мотлаҡ тулы зарядкаға ҡуйып алығыҙ, навигаторға тоташтырығыҙ. Әгәр аҙашһағыҙ, тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ һәм, ҡайҙа булһағыҙ, шул урында ҡалығыҙ. Үҙ аллы белмәгән урындан сығыу юлын эҙләмәгеҙ, был, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Ғөмүмән, урманға сыҡҡанда, үҙегеҙ яҡшы белгән урынды ғына һайлағыҙ. Ялдарығыҙ имен-аман үтһен.
Читайте нас: