ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
12 Февраль 2021, 10:49

Адвокат кемде шул тиклем рәнйеткән икән?

Өфөлә билдәле адвокат Роман Петровтың 4 миллионлыҡ ҡиммәтле Audi Q5 машинаһы янған, сәбәбе - нимәлә, бәлки, берәйһе үсләшкәндер. Күҙәтеү камераһынан алынған видеояҙмала күренеүенсә...

Өфөлә билдәле адвокат Роман Петровтың 4 миллионлыҡ ҡиммәтле Audi Q5 машинаһы янған, сәбәбе - нимәлә, бәлки, берәйһе үсләшкәндер. Күҙәтеү камераһынан алынған видеояҙмала күренеүенсә, ниндәйҙер кеше автомобиль янына килгән, шунан һуң машина яна башлаған. Билдәһеҙ кеше ваҡиға урынынан ҡасҡан. Берәү Audi Q5 автомобиленең яныуын кеҫә телефонына төшөргән, эргәһендә торған еңел машина саҡ янып китмәгән.
Адвокат һүҙҙәренсә, яғыулыҡ багы туп-тулы булған, әгәр янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етмәһә, был етди эҙемтәләргә килтерер ине. Сит ил машинаһын ремонтлап булмай, ул страховкаланмаған, һөҙөмтәлә уның өсөн тотонолған 4 миллион һум аҡса енәйәтсе ҡулынан көлгә әйләнеп күккә осҡан.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: