ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
26 Февраль 2021, 01:35

Буран һынауын үтмәнек

Республикала көслө буранда 23-24 февралдә 11 юл фажиғәһе булған, уларҙа 19 кеше зыян күргән. Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре 41 кешене, шул иҫәптән өс баланы эвакуациялаған. Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең ваҡытында сара күрмәүен билдәләне. – Бик күп аҡыллы һүҙҙәр әйттегеҙ, әммә фажиғәләрҙең сәбәбе ябай – юлды ваҡытында таҙартмағанһығыҙ. Был - һеҙҙең төп бурысығыҙ, – тине ул. – “Башкиравтодор”ға күптән түгел генә етәкселек итә башланығыҙ, әммә беҙҙә йәш яугир курсы үткәрелмәй.

Радий Хәбиров юлдағы хәлде ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип баһаланы һәм уны яйға һалыу йәһәтенән ҡәтғи сара күрергә ҡушты. Ауырғазы районында булған ҙур аварияла 20 машина бәрелешеп, 10 кеше, шул иҫәптән ике бала имгәнгәйне. Ваҡиғаның сәбәбе – ҡатмарлы һауа шарттары, тиҙлек тәртибен үтәмәү, арауыҡ һаҡламау. Хәүефле участкала фото һәм видеотеркәү комплекстарының булмауы һалҡын ҡараш тураһында һөйләй. Ул трасса федераль кимәлгә ҡарай һәм “Приуралье” автомобиль юлы идаралығы ҡарамағына инә. Радий Хәбиров республика Башлығының Контроль идаралығына мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Ниңәлер күрше Татарстан камераларҙы федераль трассаларға ла ҡуя, ә Башҡортостанда быны эшләмәйҙәр. “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов республиканың көньяғында көслө буран сығыуы арҡаһында предприятие филиалдарының тәүлек әйләнәһенә эшләүе тураһында һөйләне. Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең ваҡытында сара күрмәүен билдәләне. – Бик күп аҡыллы һүҙҙәр әйттегеҙ, әммә фажиғәләрҙең сәбәбе ябай – юлды ваҡытында таҙартмағанһығыҙ. Был - һеҙҙең төп бурысығыҙ. “Башкиравтодор”ға күптән түгел генә етәкселек итә башланығыҙ, әммә беҙҙә йәш яугир курсы үткәрелмәй. Предприятиеның һөҙөмтәле эшен ойоштороғоҙ, - тине.
Читайте нас: