Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Фажиғәгә юл ҡуймағыҙ

Йәй мәктәптәрҙә каникул, балалар баҡсаларында - ремонт. Ә атай-әсәйҙәр эштә йә йәйге мәшәҡәт менән мәшғүл. Шулай ҙа балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмау хәйерле, төҙәтә алмаҫлыҡ хәлгә тарыуҙары бар. Күп фатирлы йорттарҙа юғары ҡаттарҙа йәшәгәндәргә айырыуса уяу булырға кәрәк, кескәйҙәрҙе аҙға ғына күҙҙән яҙлыҡтырыу ҙа фажиғә менән тамаланыуы ихтимал. 5 йәшлек ҡыҙыҡай күп ҡатлы йорт тәҙрәһенән ҡолап төшкән.

Фажиғәгә юл ҡуймағыҙ
Фажиғәгә юл ҡуймағыҙ

Фажиғә Өфөнөң Яр буйы урамында теркәлгән. Бала 15-се ҡаттан ҡолаған. Ҡыҙыҡайҙы аҙ ғына ваҡытҡа яңғыҙын ҡалдырып торғандар, шул арала ул тәҙрә төбөнә менеп баҫҡан тигән фараз бар. Бала урында йән биргән. Эске эштәр министрлығы балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау, махсус йоҙаҡ йәки сетка ҡуйыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: