Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Юғары янғын хәүефе фаразлана

Был ял көндәре ҡыҙыу булмаҡсы, фаразланыуынса һауа температураһы 30 градустан юғары булыуы көтөлә. Ялда, юлда ут менән һаҡ булығыҙ, һеҙ һүндермәгән усаҡ, тәмәке төпсөгө, балаларҙың ут менән шаярыуы фажиғәгә, ғүмер өҙөлөүенә, тотош урманды юҡ итеүгә сәбәпсе булыуы ихтимал. Фото: multiurok.ru

Юғары янғын хәүефе фаразлана
Юғары янғын хәүефе фаразлана

Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районында 27 июлдә 1,7 гектар майҙанда янғын сыҡҡан. Беҙҙең районда ла янғындар күҙәтелә, йорт-ҡура янһынынмы, тотош яландар ҡап-ҡара булып ята йә әҙер бесәндән көл генә тороп ҡала.

15 апрелдән 28 июлгә тиклем республикала бөтәһе 229 урман янғыны теркәлгән, дөйөм майҙан -  2727 гектарҙан ашыу. Шуның 105-нә тәбиғәт факторҙары, 84-нә - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, 38-нә - башҡа категория ерҙәренән күсеү сәбәпсе, икәүһе - техноген объекттан.

Бөгөн Башҡортостанда урмандарҙа беренсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.

Фото: multiurok.ru

 

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: