Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Август 2021, 15:22

Дауыл ҙур зыян килтерҙе

Тәбиғәт әҙәм балаһын һынауҙан туҡтамай. Республикала ҡыҙыу ураҡ осоро, емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән саҡ. Ҡайһы бер райондарҙа үткән көслө дауыл бер нәмәне лә йәлләп торманы.Урыны менән ел бик көслө булды, уның секундына 21-26 метрға етеүе билдәле. Һөҙөмтәлә йорттар, мәктәптәр, магазиндар, автомобилдәр зыян күрҙе. Бәхеткә күрә, кеше ҡорбандары булманы. Айырыуса Саҡмағош һәм Өфө районы, шулай уҡ Ауырғазы, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә һәм Шаран райондары зарар күрҙе. Дауыл эҙемтәләре менән көрәш дауам итә. Фото:ufa1.ru

Дауыл ҙур зыян килтерҙе
Дауыл ҙур зыян килтерҙе
Саҡмағош районында дауыл төҙөлөш объектарын емерҙе. 11 күп фатирлы йорт һәм бер шәхси йорттоң ҡыйығын аҡтарып ташлай. Емереклектәрҙең дөйөм майҙаны – 8700 квадрат метр, яҡынса иҫәпләнгән зыян – 11 миллион һум. Шулай уҡ 1-се мәктәп менән Саҡмағош гимназияларының спорт залы һәм гараж-оҫтахана бинаһы зыян күргән.

Йәшен утынан Бөрө ҡалаһында өс йорт янған, һәләк булғандар юҡ.

Дүртөйлө районында 414 йорт һәм 1000 кеше утһыҙ ҡалғайны, кисә электр селтәре тергеҙелде.  Шаран районында ла проблема хәл ителде – 90 йортта Ильич лампалары яңынан ҡабынды.

Өфө районында Р-240 трассаһы таҙартылды. Бында Булгаков ауылы янында магазин ҡыйығы емерелеп юлға төшкәйне. Юлсылар эште тиҙ тамамланы, юлды ябырға тура килмәне.

Тергеҙеү эштәре дауам итә, урындағы властар, авария бригадалары һәм халыҡ бик оператив эшләй.

Иғтибарлы булығыҙ, һаҡлыҡ сараларын алдан күрегеҙ! Башгидромет мәғлүмәте буйынса, республиканың көньяғында аномаль эҫелек һаҡлана, урыны менән 38 градусҡа етә. Шулай уҡ урыны менән йәшен, көслө ямғыр, эре боҙборсаҡ яуыуы көтөлә, ел көсәйәсәк.

 

Фото:ufa1.ru

Дауыл ҙур зыян килтерҙе
Дауыл ҙур зыян килтерҙе
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: