Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Август 2021, 11:31

Өлкәндәр ҡайҙа булған?

Аяныслы хәлдәр йыш ишетелә.Быуала ике йәшлек кенә сабыйҙың батып үлеүе билдәле булды. Фото:news-r.ru

Өлкәндәр ҡайҙа булған?
Өлкәндәр ҡайҙа булған?

Һуңғы йылдарҙа үлем тураһында йыш ишетергә тура килә. Айырыуса йәштәрҙең, сабыйҙарҙың ғүмере өҙөлөүе аяныслы.  Яңыраҡ ҡына аварияла йәш ярымлыҡ бала һәләк булыуы тураһында хәбәр алһаҡ, әле быуала ике йәшлек кенәнең батып үлеүе билдәле булды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белдереүенсә, Саҡмағош районының Тайнаш ауылы янындағы Базы быуаһына сабый өс йәшлек ағаһы менән бергә төшкән, яндарында өлкәндәрҙән берәү ҙә булмаған. Был урын һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған, һыу инеү тыйылыуы тураһындағы аншлагтар ҡуйылған. Әммә кескәйҙәр өсөн был файҙаһыҙ. Баланың үле кәүҙәһе һыуҙан сығарылған. Оператив-тәфтиш саралары башланған.

Ни өсөн бәләкәстәр һыу буйында яңғыҙ булған? Балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы менәнме әллә яңылыштан һыуға сумғанмы? Атай-әсәй ҡайҙа ҡараған? Һорауҙар күп, яуап юҡ. Әммә яуап ниндәй генә булмаһын, сабый был яҡты донъяға башҡа ҡыҙыҡһынып ҡарай алмаясаҡ, уның шат тауышы башҡа яңғырамаясаҡ. Ә яҡындарына ғүмерлек яраһы…

 Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, кескәйҙәр ғүмере өсөн һеҙ яуаплы. Уларҙы һыу буйына үҙҙәрен генә ебәрмәгеҙ, ҡайҙа булһа ла, күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

 

Фото:news-r.ru

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: