Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Август 2021, 11:39

Янғында кеше факторының роле ҙур

Янғынына шаһит булһағыҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ: – урман һағының берҙәм бушлай телефоны 8-800-100-94-00; – Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте 8-347-218-14-14; – ҡотҡарыу хеҙмәте 112; – янғын хеҙмәте – 01.

Янғында кеше факторының роле ҙур
Янғында кеше факторының роле ҙур

Янабыҙмы, янмайбыҙмы - күпселек осраҡта был кеше факторына бәйләнгән. Үткән ял көндәре көсөргәнешле үтте: республиканың Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарын ут ялманы. Был төбәктәрҙә йәшәгән яҡындары өсөн хафаланыу, шулай уҡ беҙҙең районға ла ялҡын күсеү хәүефе тураһында фараздар, ярҙамға саҡырыу менән социаль селтәрҙәр тулды.  

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белдереүенсә, иң көслөһө Хәйбулла районда булған. Һүндереү өсөн көстәр һәм саралар етерлек, социаль селтәрҙә ут һүндереү өсөн аҡса йыйыу ойошторолоуы тураһындағы мәғлүмәткә ышанырға ярамай.

Көндәр эҫелеге дауам итә, утһыҙ ҙа тоҡанырға торғанда эштә, өйҙә, ялда, ҡайҙа ғына булмаһын һаҡлыҡ сараларына айырыуса иғтибар биреү мотлаҡ. Әгәр һеҙ урман янғынын күрһәгеҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ:

– урман һағының берҙәм бушлай телефоны 8-800-100-94-00;

– Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте 8-347-218-14-14;

– ҡотҡарыу хеҙмәте 112;

– янғын хеҙмәте – 01.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: