Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
13 Октябрь 2021, 14:35

Вайымһыҙлыҡ ҙур бәлә килтерә

Мәләүез районы һәм ҡалаһы биләмәһендә быйыл 9 айҙа теркәлгән 174 янғында 3 кеше һәләк булған, шул иҫәптә 2 бала, 6 граждан төрлө дәрәжәлә йәрәхәтләнгән. 

Вайымһыҙлыҡ ҙур бәлә килтерә
Вайымһыҙлыҡ ҙур бәлә килтерә

Мәләүез районы һәм ҡалаһы биләмәһендә быйыл 9 айҙа теркәлгән 174 янғында 3 кеше һәләк булған, шул иҫәптә 2 бала, 6 граждан төрлө дәрәжәлә йәрәхәтләнгән.  Уҙған йыл менән сағыштырғанда үҫеш күҙәтелә. Ошо осорҙа сүп-сар яныу – 86, йорт һәм фатирҙа - 25, йорт ҡаралтылары - 54, 5 осраҡта транспорт сараларына ут тоҡаныуы теркәлгән.  Янғын дөйөм алғанда, 80 процентҡа яҡын осраҡта шәхси торлаҡ секторында сыҡҡан.

Көҙгө-ҡышҡы осорҙа  йортта, фатирҙа, йорт ҡаралтылары яныуы артыуы күҙәтелә. Күпселек осраҡта сәбәбе - мейес тоҡандырғанда, электр приборҙарын йыйғанда ҡағиҙәләрҙе һанламау, төтөн юлын дөрөҫ ҡормау, ут менән һаҡһыҙлыҡ.

Хөрмәтле ҡала-район халҡы! Янғын хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ, электр селтәрен артыҡ көсөргәнештән һаҡлағыҙ, сымдарҙы яңыртығыҙ,  бинала, айырыуса, түшәктә тәмәке тартып, балаларға насар өлгө күрһәтмәгеҙ. Көнкүреш газы приборына, мейескә, йылытыу системаһына ваҡытында техник тикшерелеү үткәрелһен. Мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен күҙәтегеҙ, быны балаларға ҡушмағыҙ.

Янғын сығыу хәүефенә айырыуса иғтибарлы булығыҙ, был тарафта вайымһыҙлыҡ ҙур бәләгә килтереүе ихтимал!

Раил ҒАЙСИН, янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм пофилактикалау  начальнигы.

Вайымһыҙлыҡ ҙур бәлә килтерә
Вайымһыҙлыҡ ҙур бәлә килтерә
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: