Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
18 Ноябрь 2021, 10:30

Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра

Һалҡындар төшөү менән, әҙәм балаһы малдарын ҡураға бикләй, хужалыҡ эштәре тамамланғас, күп ваҡытын йортта, йә бинала уҙғара. Йылы яратҡан йәндәр беҙ генә түгел, ҡышҡы һалҡындан сысҡандар ҙа кешеләр йәшәгән урындарға эйәләшә, уларҙы бигерәк келәт, һарай, ҡаралты-ҡуралар ҡыҙыҡһындыра, сөнки унда үрсергә лә, ашарға ла ем табырға була. Бесәй ҙә, сауҙаға сығарылған төрлө ағыуҙар ҙа ҡотҡармай был ҡоротҡостарҙан. Кимереүселәр менән төрлө сирҙәр ҙә килеүе ихтимал. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: көҙгө ҡараңғы кистә һеҙ ял итергә ятаһығыҙ, ә түбәлә йәки өй мөйөшөндә ҡыштырлаған тауыш ишетелә. Сабышылыр, ҡыуышалар, сыйнашалар тегеләр, түҙ генә. Ата бесәйеңдең иҫе лә китмәй, ҡолағын ҡарпайтып, бер күҙен генә асып ҡарап, кире йоҡлауын дауам итергә мөмкин, Шуға ла. мәғлүмәт туплап, сысҡандарҙы өркөтөүҙең бер нисә ысул менән таныштырып үтәбеҙ.

Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра
Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра

Һалҡындар төшөү менән, әҙәм балаһы малдарын ҡураға бикләй, хужалыҡ эштәре тамамланғас, күп ваҡытын йортта, йә бинала уҙғара. Йылы яратҡан   йәндәр беҙ генә түгел, ҡышҡы һалҡындан сысҡандар ҙа кешеләр йәшәгән урындарға эйәләшә, уларҙы бигерәк келәт, һарай, ҡаралты-ҡуралар ҡыҙыҡһындыра, сөнки унда үрсергә лә, ашарға ла ем табырға була. Бесәй ҙә, сауҙаға сығарылған төрлө ағыуҙар ҙа ҡотҡармай был ҡоротҡостарҙан. Кимереүселәр менән төрлө сирҙәр ҙә килеүе ихтимал. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: көҙгө ҡараңғы кистә һеҙ ял итергә ятаһығыҙ, ә түбәлә йәки өй мөйөшөндә ҡыштырлаған тауыш ишетелә. Сабышылыр, ҡыуышалар, сыйнашалар тегеләр, түҙ генә. Ата бесәйеңдең иҫе лә китмәй, ҡолағын ҡарпайтып, бер күҙен генә асып ҡарап, кире йоҡлауын дауам итергә мөмкин, Шуға ла. мәғлүмәт туплап,  сысҡандарҙы өркөтөүҙең бер нисә ысул менән таныштырып үтәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәренә аҡса ла туҙҙырырға кәрәк түгел.

Миҫалға, тышта берәй иҫке биҙрәлә иҫкергән резина итек, галош, покрышка йәки камераны әҙерәк киҫеп бер аҙ ваҡыт яндырырға ла, киҫәктәр һыуынғас, кимереүселәр йөрөгән урынға, мәҫәлән баҙ аҫтына һалырға кәрәк. Өс - биш ай дауамында һеҙ уларҙың эҙен дә күрмәҫһегеҙ.

Иҫке йөн нәскиҙең, туҙған быйманың бер өлөшөн, ҡош мамығын яндырғандағы сыҡҡан еҫ тә “саҡырылмаған ҡунаҡ”тарҙы тиҙ өркөтә. Уның көлөн ҡоро шпаклевка менән бутағандан һуң,  сысҡандарҙың йөрөгән һуҡмаҡтарына һалырға була.

Ҡайын дегете сысҡандарға ҡаршы эффектив ысул тип һанала. Уны иҫке сепрәккә һеңдереп, подвал, сарҙаҡ, һарай мөйөштәренә һалырға мөмкин. Уксусты сарҙаҡ йәки подвалға  һибеп сығыу ҙа ҡоротҡостарҙан һаҡлай.

 Нафталинды иҙеп бысҡы онтағы менән бутап, сысҡандар йөрөгән урынға һибеп сыҡһаң да һөҙөмтәһе бар.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра
Бәләкәй булһа ла хәүеф тыуҙыра
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: