Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
8 Апрель 2022, 11:26

Яҙ миҙгелендә янғын сығыу осраҡтары йышая

Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән янғын һағы ҡотҡарыу хеҙмәте стационар “01”  һанына  йәки “101”“112” мобиль телефонына шылтыратығыҙ.

Яҙ миҙгелендә янғын сығыу осраҡтары йышая
Яҙ миҙгелендә янғын сығыу осраҡтары йышая

Башҡортостан буйынса Мәләүез район-ара күҙәтеү һәм профилактика идаралығы бүлеге 2022 йылдың 3 айында Башҡортостан Республикаһы буйынса 1373 янғын осрағында 59 кеше, шул иҫәптән 2 баланың һәләк булыуын, 72 кешенең төрлө кимәлдә травма алыуын хәбәр итә.

Мәләүез район-ҡала биләмәһендә ошо осорҙа 27 янғын теркәлгән, 2 граждан һәләк булған. Күп йыллыҡ тәжрибәнән күренеүенсә  яҙғы миҙгелдә янғын осраҡтары күбәйә. 

Ҡағиҙә булараҡ, ошо осорҙа кипкән үлән һәм сүп-сар үртәү урманда, ихатала йорт ҡаралтыларына ут тоҡаныуға килтерә.

Статистика буйынса янғындың 90 проценттан ашыуына юл ситенә, үләнгә һүндерелмәгән шырпы һәм тәмәке ырғытыу, балаларҙың ут менән шаярыуы сәбәпсе.

Граждандарҙың хәтеренә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе төшөрәбеҙ.

Ҡалдыҡтарҙан сүп-сар өйөмө яһамағыҙ.  Ут менән үтә лә һаҡ булығыҙ.

Йорт участкаһында һәм яҡын биләмәлә, балконда, фатирҙа тәҙрә төптәрендә тиҙ тоҡаныусан һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын һаҡламағыҙ, айырыуса быяла шешә һәм тараларҙы йыймағыҙ, сөнки ҡыҙыу ҡояштан янғын сығыуы мөмкин.

Хөрмәтле граждандар!

Янғын сығыуҙан һаҡланыу өсөн:

- участкала, урманда һәм яланда янғынға ҡаршы режим талаптарына ярашлы усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла;

- сүп-сар, кипкән ҡоро-һары йыймағыҙ;

- балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмағыҙ, ут хәүефен аңлатығыҙ.

Участкала электр приборҙарын, башҡа янғын хәүефе янаған предмет тотонғанда һаҡлыҡ талаптарын онотмағыҙ.

Көслө ел сыҡҡанда бының айырыуса хәүефле икәнлеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Балаларҙың ут менән шаярыуы ҙур бәләгә килтермәһен өсөн ата-әсәләр уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән янғын һағы ҡотҡарыу хеҙмәте стационар “01”  һанына  йәки “101”“112” мобиль телефонына шылтыратығыҙ.

Раил ҒАЙСИН, район-ара янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика бүлеге начальнигы.

Яҙ миҙгелендә янғын сығыу осраҡтары йышая
Яҙ миҙгелендә янғын сығыу осраҡтары йышая
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: