Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
28 Апрель 2022, 17:30

Вируслы энцефалитҡа ҡаршы профилактика

Талпанды алғас, лабораторияға тикшереү өсөн тапшырырға кәрәк: “Башҡортостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль бюджет учреждениеһы филиалы, Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7 адресы, телефондары: 8(347) 287-85-23, +79272363261, вирусҡа тикшереү; 8 (347) 287-85-24, +7927236075 – ООИ һәм ПЦР буйынса индикация; “Башҡортостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль бюджет учреждениеһы филиалы Күмертау, Сибай ҡалалары, Күмертауҙа Ғафури урамы, 29 адресы, телефондары: 8(347) 61-4-37-67 – бактериологик лаборатория, шулай уҡ ошондай тикшеренеү үткәргән башҡа лабораториялар.

Вируслы энцефалитҡа ҡаршы профилактика
Вируслы энцефалитҡа ҡаршы профилактика

Талпанды алғас, лабораторияға тикшереү өсөн тапшырырға кәрәк:

“Башҡортостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль бюджет учреждениеһы филиалы, Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7 адресы, телефондары: 8(347) 287-85-23, +79272363261, вирусҡа тикшереү; 8 (347) 287-85-24, +7927236075 – ООИ һәм ПЦР буйынса индикация; “Башҡортостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге” федераль бюджет учреждениеһы филиалы Күмертау, Сибай ҡалалары, Күмертауҙа Ғафури урамы, 29 адресы, телефондары: 8(347) 61-4-37-67 – бактериологик лаборатория, шулай уҡ ошондай тикшеренеү үткәргән башҡа лабораториялар.

 

Талпан энцефалиты – киҫкен инфекциялы вируслы ауырыу, ул күбеһенсә үҙәк нервы системаһын зарарлай. Сир эҙемтәлә­ре үтә хәүефле: инвалидлыҡҡа, хат­­та үлемгә илткән осраҡтары билдәле.

Нисек йоға?

- Урманда, парктарҙа, баҡса участка­һында;

- йорт хайуандарынан йәки кейемдән, сәскә, ағастарҙан; кәзә (йышыраҡ), һы­йыр һөтөн ҡайнатмай эскәндә.

Шуның өсөн вируслы энцефалит теркәлгән имен булмаған төбәктә һөттө ҡайнатып ҡына ҡулланыу мөһим. Эремсек, ҡаймаҡ, сыр ҙа хәүефле булыуы ихтимал.

Бөгөн Рәсәйҙең байтаҡ  төбәгендә талпан энцефалиты менән ауырығандар теркәлә.

Талпан яҙлы-көҙлө әүҙем булғанлыҡ­тан ауырығандар ошо осорҙа күп­ләп күҙәтелә. Шуға күрә айырыуса әле һаҡ­лыҡ сараларын күреү мөһим. Инкубация осоро - 10-14 көндән 1-60 көнгә тиклем барыуы мөмкин. Сир юғары температура, баш ауыртыуы, уҡшытыу менән башлана. Шулай уҡ муйын, яурын, күкрәк, арҡа һәм мускулдар ауыртыуы күҙәтелә.

Кемдәр йышыраҡ зарарлана?

Был мәкерле бөжәк урмансыларҙы, геологтарҙы, һунарсыларҙы, туристарҙы, топографтарҙы урманда, ҡала халҡын парктарҙа, баҡса участкаларында һағалай.

Һаҡланыу саралары

Талпандан һаҡланыу өсөн урманға, йылға буйына барғанда махсус костюм йәки еңле, ябыҡ кейем кейегеҙ. Салбар балағын итек, ботинка ҡуңысына ҡыҫтырығыҙ. Яулыҡ ябынығыҙ. Мазь һәм спрей ҡулланығыҙ. Үҙегеҙҙе, бер-берегеҙҙе даими тикшерегеҙ.

Имен булмаған биләмәләргә сығыусы бар кеше лә мотлаҡ прививка яһатҡан булырға тейеш. 

Вакцинаны ҡайҙа ҡаҙатырға?

Рәсәйҙә бер нисә вакцина теркәлгән был бәләнән. Прививканы врач менән кәңәшләшкәндән һуң поликлиникала, уҡыу­сыларға белем биреү учреждениеларының сәләмәтлек пункттарында яһатырға була.

Прививка булмаған осраҡта

Тешләнгән кеше прививка эшләтмәгән булһа, талпан ҡаҙалғандан һуң энцефалитҡа ҡаршы 96 сәғәт эсендә иммуноглобулин индереү мотлаҡ.

Талпанды нисек алырға?

Иң яҡшыһы, әлбиттә, травматология бүлексәһендә врачтан алдырыу.

Үҙ аллы алғанда:

* талпанды пинцет йәки еп менән эләктереп, ипләп кенә тартығыҙ, сөнки ул һытылһа, эсендәге ағыуы яра аша организмға эләгәсәк;

* ҡаҙалған урынды 70 процентлы спирт, 5 процентлы йод йәки башҡа төрлө дезинфекция сараһы менән эшкәртегеҙ;

*  ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ.

Территориаль бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ф.З. КӘРИМОВ.

Вируслы энцефалитҡа ҡаршы профилактика
Вируслы энцефалитҡа ҡаршы профилактика
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: