Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
5 Октябрь 2022, 12:30

Ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Сентябрь аҙағында ҡаланың Октябрь урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта янғын сыға. Һигеҙенсе ҡатта сыҡҡан утты һүндерергә 12 берәмек техника һәм 28 янғын һүндереүсе йәлеп ителә.

 

Сентябрь аҙағында ҡаланың Октябрь урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта янғын сыға. Һигеҙенсе ҡатта сыҡҡан утты һүндерергә 12 берәмек техника һәм 28 янғын һүндереүсе йәлеп ителә. Ялмап алған ут телдәре баҫтырыла. Утты туҡтатып, емереклектәрҙе тикшерә башлағас, фатир эсендә ир менән ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.

Янғын һүндереүселәр киҫәтә: үҙ белдегегеҙ менән яһаған приборҙар менән файҙаланмағыҙ, электр үткәргестәренең төҙөклөгөн даими тикшерегеҙ, электр селтәренә көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, үҙегеҙ өйҙә булмағанда, розеткаларҙы тартып алығыҙ.

Балалар менән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен йыш иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Шырпы, ут тоҡандырғыстарҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Кескәйҙәр алдында тәмәке тартмағыҙ. Усаҡ яғып уйнағандарын күрһәгеҙ, тыйығыҙ. Янғын сығыу хәүефһеҙлеген киҫәтеү эштәре алып барғанда ғына хәүеф-хәтәр ҙә кәмеүен тормош тәжрибәһе раҫлай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, һиҙгерлекте юғалтыу ҙур бәләгә килтерергә мөмкин.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: