Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Ноябрь 2022, 16:50

Боҙлауыҡ һәм тайғаҡ нимәһе менән айырыла?

Боҙлауыҡ - ҡайҙа: юлдарҙа һәм тротуарҙарҙа, сәбәбе: температура тирбәлгәндә һыуҙың туңыуы. Тайғаҡ - ҡайҙа: вертикаль һәм горизонталь урында, сәбәбе: температура түбән булғанда һыуынған өҫкө ҡатламға яуым-төшөмдөң яуыуы.

Боҙлауыҡ һәм тайғаҡ нимәһе менән айырыла?
Боҙлауыҡ һәм тайғаҡ нимәһе менән айырыла?

Боҙлауыҡ һәм тайғаҡ ваҡытта үҙеңде нисек хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа - ошо хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре аңлата:
  Аяҡ кейемегеҙгә иғтибар итегеҙ: таймай торған аяҡ кейеме һайлағыҙ.
  Боҙланған баҫҡыстар һәм күтәрмәләр иң хәүефле урын булып һаналғанын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Яндауырға тотоноғоҙ. Өйҙән ваҡыт запасы менән сығырға тырышығыҙ.
  Аяҡ аҫтына ҡарап йөрөгөҙ, хәүефле урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ. Боҙло «күләүекте» урап үтеү мөмкинлеге юҡ икән, саңғысы кеүек, еңел генә бәләкәй аҙымдар менән үтегеҙ.
  Юлда үтә иғтибарлы булығыҙ - ашыҡмағыҙ һәм йүгермәгеҙ.
   Юлдың яҡтыртылған участкаларын һайлағыҙ.
  Һарҡыу урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ.
  Табанығыҙға тулыһынса баҫығыҙ, тубыҡтарҙы саҡ ҡына бөгөп тыныс атларға кәрәк.
  Ҡулдар мөмкин тиклем буш булырға тейеш, ауыр сумкалар алмаҫҡа һәм ҡулдарҙы кеҫәгеҙҙә тотмаҫҡа тырышығыҙ - был ҡолау ихтималлығын арттыра.
  Әгәр тайып китһәгеҙ, ултыра төшөгөҙ, йығылыу бейеклеген кәметерһегеҙ. Йығылған мәлдә берләшергә һәм, бер яҡҡа тәгәрәп, ергә бәрелеүҙе еңеләйтергә тырышығыҙ. Ҡулығыҙҙа тотҡан әйберҙәрҙе ҡотҡарырға тырышмағыҙ. Торорға ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе ҡарап сығығыҙ - имгәнмәгәнһегеҙме икән. Үтеп барған кешеләрҙән ярҙам һорағыҙ. Әгәр янығыҙҙа кешеләр булмаһа, тәүҙә тубыҡланығыҙ, шунан аяҡҡа баҫығыҙ ҙа яйлап ҡына күтәрелегеҙ.
 
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: арҡаға ҡолау айырыуса хәүефле, сөнки мейе һелкенеүе мөмкин. Йәрәхәт алған осраҡта, медицина ярҙамы һорап, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: