Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
25 Ноябрь 2022, 15:08

Балам, һиңә әйтәм!

Ноябрҙән декабргә тиклем  ныҡлы һалҡындар башланғансы, көҙгө боҙ хәүеф сығанағы булып һанала.  Тап ошо айҙарҙа йылға, һыу сығананаҡтары  йоҡа боҙ менән ҡаплана. Был осор ата-әсәләргә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ аллы, ололарһыҙ тәбиғи катокта бәләкәстәр, мәктәп балаларының уйнауы йыш ҡына фажиғә менән тамамлана.

Ноябрҙән декабргә тиклем  ныҡлы һалҡындар башланғансы, көҙгө боҙ хәүеф сығанағы булып һанала.

 Тап ошо айҙарҙа йылға, һыу сығананаҡтары  йоҡа боҙ менән ҡаплана. Был осор ата-әсәләргә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ аллы, ололарһыҙ тәбиғи катокта бәләкәстәр, мәктәп балаларының уйнауы йыш ҡына фажиғә менән тамамлана.

Ноябрь башында республика райондарының береһендә ошондай ҡыҙғаныс хәл теркәлде. 8 йәшлек бала боҙ аҫтына китеп вафат булды. Мәктәптә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртеүгә арналған төрлө сара уҙғарыла, әммә ололарҙың өйҙә ошо йүнәлештә башҡарылған эште нығытмауы, ваҡыты менән инҡар итеүе күңелһеҙ статистиканың артыуына килтерә.

Күмәкләп шыуғанда, аралыҡты һаҡламағанда, йоҡа ҡатламдың ауырлыҡты күтәрмәй. Туңған боҙ сатнағанда, яйлап ҡына аяҡты күтәрмәй шыуҙырып, артҡа сигенергә кәрәк. Шулай уҡ унда ҡараңғы ваҡытта, көслө ҡар яуғанда, буран мәлендә бармаҫҡа кәңәш ителә. Йылғаның ҡар менән ҡапланған урындары ла - хәүеф сығанағы.

Быға тиклем  ярҙан йәки кәмәлә балыҡ ҡармаҡлаусылар ҙа тиҙҙән ҡышҡы  миҙгелен аса. Был осорҙа һауа температураһының тиҙ үҙгәреүе төнөн туңып өлгөрмәгән боҙҙоң төшкә тиклем йоҡарыуына, иреүенә килтерә. Уҙған йыл тап ошо осорҙа республикала балыҡ ҡармаҡлаусыларҙың хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәүенә бәйле, күңелһеҙ осраҡтар теркәлде. Автомобилдә боҙға инеү, күмәкләшеп бер урынға йыйылыу, иҫерткес эсемлек ҡулланыу ошондай фажиғәгә килтергән сәбәптәрҙең бер нисәһе генә.

Күп фатирлы йорттар, объекттар мөйөшөндә йылдар буйы элеүле торған иҫкәртеү табличкаларына шул тиклем күҙ өйрәнгән, уларға иғтибар итеүсе лә юҡ. Тап ошо осорҙа ҡыйыҡтан төшкән ҡар, боҙбармаҡтарҙан зыян күреүселәр арта. Подъездан сыҡҡанда йәки йорт алдынан үткәндә, иғтибарҙы юғалтмағыҙ. Иртәнсәк еүеш асфальт боҙ менән ҡапланғанлыҡтан, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тоҙ иретмәһе, ҡом һибә, әммә йәйәүлелер йөрөгән бөтә урындарға түгел. Шунлыҡтан, үҙебеҙгә лә хәүефһеҙлек сараларын күрергә кәрәк, таймаҫ өсөн итек табанына тимер киҫәге беркетеү, лейкопластырь йәбештеререү ҡамасауламаҫ.

Тәүлектең ҡараңғы мәлендә  мәктәптән, түңәрәктәрҙән ҡайтыусы балалар именлеген нисек тәьмин итергә? Ҡараңғыла балаларҙы күреү мөмкин түгел, ти водителдәр. Йәйәүлене бәрҙереү юл-транспорт ваҡиғалары араһында иң күп таралған осраҡ. Автомобиль фараһы ниндәй генә көслө яҡтыртмаһын, руль артында йәйәүлене тик 30 метрҙан ғына күрергә була, статистика иһә, сәғәтенә 60 километр менән хәрәкәт иткән транспорт сараһының  тормозға баҫҡанда ла 32 метр  юл үтеүен билдәләй. Тимәк, балалаларҙың кейеме, рюкзагына яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтар тегеү, атай-әсәйҙәр, беҙҙең бурыс. Уҡыусыларҙың юл аша сыҡҡанда светофорҙы инҡар итеп, йүгереп сығырға маташыуы ла күңелһеҙ ваҡиғалар сәбәпсеһе. Аңлатайыҡ, өйрәтәйек, иҫкәртәйек уларҙы!

Сабыйҙарығыҙҙы таныш түгел кешеләр менән аралашмаҫҡа, әңгәмәгә инмәҫкә өйрәтегеҙ! Артынан шикле кеше килгәндә йәки поъезға етер ваҡытта атай-әсәһенә шылтыратып, һөйләшеүҙе өҙмәүҙәрен һорағыҙ.

Ғүмерҙең  бер генә икәнлеген  көн дә ҡабатлайыҡ һәм үҙебеҙ ҙә өлгө булайыҡ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: