ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
31 Декабрь 2022, 10:10

Яңы йыл шыршыһын электр гирляндалары менән биҙәйһегеҙме?

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарында күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре биргән түбәндәге кәңәштәргә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ.

Яңы йыл шыршыһын электр гирляндалары менән биҙәйһегеҙме?
Яңы йыл шыршыһын электр гирляндалары менән биҙәйһегеҙме?

  Заводта етештерелгән электр гирляндаларын ҡулланырға кәрәк - уларҙың төргәгендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса сертификация үтеү хаҡында билдә бар.
  Гирлянданың төҙөк булмауын күрһәгеҙ (сымдар йылынһа, лампочкалары бер янып-бер һүнһә һәм башҡалар), уны һүндерергә кәрәк.
  Гирляндаларҙы ҡулланыр алдынан электр сымын ентекләп тикшерегеҙ, сымдар изоляцияһына һәм уларҙы тоташтырыуға айырыуса иғтибар итегеҙ.
  Бер үк ваҡытта өс гирлянданан артығын ҡулланмағыҙ, сөнки селтәрҙәрҙең йылыныуы һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа замыкание булыуы ихтимал.
  Өйҙән сығып киткәндә йәки төнгөлөккә гирляндаларҙы ҡабыҙған килеш ҡалдырмағыҙ.
  Йорт алдын биҙәргә теләһәгеҙ, оҙонайтҡыстар һәм бина эсендә файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән гирляндалар ҡулланмағыҙ.
  Көсһөҙөрәк гирляндалар һайлағыҙ - лампочкаларҙың ҡеүәте бәләкәйерәк булған һайын, уларҙың йылыныу һәм янып китеү хәүефе лә аҙыраҡ.

Шулай ҙа янғын сыҡһа, электр гирляндаһын уттан алырға һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртырға кәрәк. Әгәр мөмкинлек булһа, ут сыҡҡан урынды ҡалын туҡыма менән ҡаплағыҙ һәм янғын һүндергес ҡулланығыҙ.

Янғын һағының телефон номеры: ҡала телефонынан - 01, кеҫә телефонынан - 101 йәки 112 (ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу буйынса берҙәм номер).

Ҡағиҙәләр ҡатмарлы түгел, әммә улар киләһе байрамдарҙы хәүеф-хәтәрһеҙ үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Аңлатабыҙ.Башҡортостан
Читайте нас: