+13 °С
Болотло
Урман зонаһында, юл ситтәрендә, баҡсаларҙа шырпыны, тәмәке төпсөктәрен, янып ятҡан усаҡ көлөн һүндермәй ташларға ярамай. Бындай урындарҙа машиналарҙы заправкалау, автомобилдәрҙә төҙөк булмаған яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһын файҙаланыу, машина эргәһендә тәмәке тартыу һәм ут менән булышыу тыйыла. Урманға яҡын урындарҙа усаҡ яғыу, үләнгә ут төртөү ярамай. Тәбиғәттә ял итеүҙе йәйгә ҡалдырыу хәйерле. Урманда, асыҡ яландарҙа быяла шешәләрҙе һәм банкаларҙы ҡалдырыу ярамай, уларҙың тоҡандырыусы линза ролен үтәүе ихтимал. Тәбиғәткә сыҡҡанда балта, көрәк, биҙрә һәм ҙур пластик пакет һауыт менән һыу алырға кәрәк.