Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Август 2023, 10:26

Тиҙҙән - мәктәпкә, йәғни һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар

Ваҡиғалар хроникаһынан күренеүенсә, аҙна һайын  имгәнеү менән бәйле бик күп бала дауаханаға мөрәжәғәт итә. Уларҙы, әлбиттә, йүгереүҙән, һикереүҙән, велосипед йәки скутерҙа йөрөүҙән тыйып булмай. Тыйыуға ҡарағанда, бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡланыу ысулдарына өйрәтеү урынлыраҡ.

Йорт ихатаһында бәүелгәндә һаҡ булыуын талап итегеҙ. Унан йығылып төшкәндә, ҡапыл аяғөҫтө баҫмаһындар, юғиһә, сәңгелдәк әйләнеп килеп, бәрелеүе бар.

Бөгөн велосипед, роликлы коньки, скутерҙарҙа хәрәкәт итеүсе балалар күп. Уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ.

Йәй үтһә лә, балалар һаман һыу буйында. Үҫмерҙәр “тарзанка”нан һыуға һикерегә, бейектә ҡыуыш ҡорорға ярата. Уларҙы ағас ботаҡтарының ныҡлығын тикшергәс кенә бындай аҙым эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ.

Ауылда ял иткәндән һуң һаҡлыҡ саралары онотола, себен-серекәй инмәһен өсөн ҡуйылған сеткаға башын терәп, урамды күҙәтергә ярата. Был осраҡта күптәр тәҙрәнән осоп төшә. Иң яҡшыһы, бала тәҙрә төбөнә менмәһен өсөн махсус ҡулайлама эшләп ҡуйығыҙ.

Мәктәпкә башлап барасаҡ баланы таныш түгел кеше менән дөрөҫ тоторға өйрәтеү мотлаҡ. Йыш ҡына кескәйҙәр, насар кеше фәҡәт уҫал, асыулы йөҙлө, йәмһеҙ, насар кейемдә булырға тейеш, тигән фекерҙә. Бына ошонда атай-әсәй балаһына яҡшы булып күренгән кеше лә насар уйлы булырға мөмкинлеге тураһында дөрөҫ аңлатма бирергә тейеш.

Балағыҙға ҡурҡыныс хәлде билдәләргә, үҙен нисек тоторға өйрәтегеҙ. Башҡа балалар менән уйнауын хуплағыҙ. Бала компанияла булһа, күпкә хәүефһеҙерәк;

  • баланың ҡайҙа уйнағанын һәр ваҡыт белегеҙ;
  • ҡайҙалыр барыр алдынан рөхсәт һорарға өйрәтегеҙ;
  • һәр ваҡыт бәйләнешкә инә алһын өсөн телефон һанығыҙҙы ятлатығыҙ;
  • уйнарға хәүефле булған урындарҙы күрһәтегеҙ;
  • таныш булмаған кеше исеме менән өндәшһә лә, уның артынан эйәрергә ярамағанлығын аңлатығыҙ.
Тиҙҙән - мәктәпкә, йәғни һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар
Тиҙҙән - мәктәпкә, йәғни һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: