Конгэк
+4 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Сентябрь 2023, 21:15

Көҙгө осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

Был осраҡта бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе булып халыҡтың һыу ятҡылыҡтарында  үҙ-үҙеңде тотоуҙың иң ябай ҡағиҙәләрен белмәүен әйтергә мөмкин. Йәйгеһен Башҡортостан республикаһы һыу ятҡылыҡтарында 137 кеше һәләк булған, шуларҙың 11–е - балалар. 33 кеше ҡотҡарылған, шуларҙың 7-һе - балалар. Һыу инеү осоро күптән тамамланһа ла, әбейҙәр сыуағы етеү менән яр буйында ял итеүселәр күренә башлай.

Көҙгө осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Көҙгө осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

 

Яңылыш һыуға төшөп киткән осраҡта  ярға имен-аман сығыу ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Аңғармаҫтан һыуға төшөп киткән кеше шок кисерергә һәм ваҡытлыса үҙен контролдә тотмаҫҡа мөмкин. Ғәҙәттә, эргәлә бер кем дә булмай (был балыҡсыларға ҡағыла), һәм үҙеңә үҙеңде ҡотҡарырға тура килә. Беренсенән, һыуҙа тонсоҡмаҫ өсөн тын алыуҙы тотҡарларға, ярҙан алыҫ булмаһаң, аяҡтарың менән йылға төбөн тойорға тырышырға кәрәк. Икенсенән, әгәр урын тәрән булһа, ул һеҙҙе төпкә тартмаһын өсөн аяҡ кейеменән һәм ауыр кейемдән мөмкин тиклем тиҙерәк ҡотолорға тырышығыҙ. Йыш ҡына тап кейем арҡаһында кешеләр бата. Мөмкин булһа, ағым буйлап диагональ йөҙөп. ярға сығырға тырышығыҙ.

Һыуға батыусыға беренсе ярҙам күрһәтеү

 Зыян күреүсене хәүефһеҙ урынға күсергәс, бәләгә тарыусыны йөҙтүбән һалып, ауыҙ эсен лайланан таҙартырға, мөмкин тиклем күберәк ҡоҫторорға кәрәк кәрәк. Ҡоҫоу рефлекстары барлыҡҡа килһә, тын юлдарынан һәм ашҡаҙандан тулыһынса йотҡан һыуҙы сығартырға өлгәшергә. Ауыҙына ике бармағығыҙҙы тығып, ҡоҫторорға маташһағыҙ ҙа, бер ниндәй реакция  булмаһа, һыу ҡанға таралып өлгөргән тигәнде аңлата. Был осраҡта (йоҡо артерияһында пульс булмағанда) йөрәккә тышҡы массаж яһарға, яһалма тын алдыртырға кәрәк. Иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: әгәр бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаһа ла реанимация процедураһы 40 минут дауам итергә тейеш.  Һуңынан зыян күреүсене медицина учреждениеһына алып барырға.”Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе, зыян күреүсене ышыҡ урында яҡшы итеп кейемгә, юрғанға төрөргә. Усаҡта йылытылған ҙур таштарҙы, эҫе һыу тултырылған шешәләрҙе туҡымаға төрөп баш, күкрәк ситлегенең ҡабырға яғына, ҡултыҡ аҫтына ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Аңында булһа, ҡайнар сәй, кофе эсерергә. Алкоголь эсемлектәр организмға зыян ғына килтерәсәк.

Кешегә һыуҙа күпме булыу хәүефһеҙ?

Һыу температураһы 24 градус булғанда хәүефһеҙ булыу ваҡыты 7-9 сәғәт. 5-15 градус булғанда - 3,5 сәғәттән 4,5 сәғәткә тиклем һыуҙа булыу хәүефһеҙ иҫәпләнә.  2-3 градусҡа төшкәндә, 10-15 минуттан һуң кеше өсөн үлемесле булыуы мөмкин. Һыу температураһы минус 2 градус булғанда үлем 5-8 минуттан һуң килеп сығыуы ихтимал.

Көҙгө осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Көҙгө осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Көҙгө осорҙа һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: