Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Террористар ҡорбан көҫәй

Терракт янағанда дөйөм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

 Терроризм – дөйөм ил хәүефһеҙлегенә ҡаршы ҡылынған енәйәт. Фажиғәле үлем менән йәмәғәтте ҡурҡытыу һәм ошо ҡурҡыуҙы кешелекһеҙ сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу.

 Терроризм - кешелек донъяһына ҡаршы йүнәлтелгән енәйәтселек, һәм күпселек осраҡта был енәйәттең ҡорбандары - бер ғәйепһеҙ кешеләр. Уларҙың маҡсаты – фажиғәле үлемдәр менән йәмәғәтте ҡурҡытыу һәм ошо ҡурҡыуҙы кешелекһеҙ сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу. Ер шары терроризм афәте менән көрәшә..

Был ағымдың интернет киңлектәрендә киң таралыуы ла билдәле, экстремистар йәштәрҙе хәүефле ойошмаларға йәлеп итеү өсөн төрлө ысул ҡуллана. Улар бөтәһе лә енәйәтсе, шулай ҙа матур һүҙҙәр артына йәшенә. Был һүҙҙәргә бер ҙә ышанырға ярамай. Һәр кем ҡурҡыныс хәлгә юлыҡһа, үҙ-үҙен һаҡлау сараларын белергә тейеш.

Терракт янағанда дөйөм хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе:

- һәр саҡ үҙегеҙ тирәләй ситуацияны контролдә тотоғоҙ, бигерәк тә транспортта, мәҙәни-күңел асыу, спорт сараларында һәм сауҙа үҙәктәрендә;

- онотолоп ҡалған әйбер тапҡан осраҡта, теймәй генә, водителгә, объект хеҙмәткәрҙәренә, хәүефһеҙлек хеҙмәтенә, полиция органына хәбәр итегеҙ. Ундай шикле пакет, сумка йәки башҡа предметтың эсен асып ҡарарға ла уйламағыҙ;

- әгәр ҙә хоҡуҡ һағы һәм хәүефһеҙлек көсө органдары үҙ эшен башҡарғанда, ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәгеҙ, икенсе яҡҡа китеү юлын ҡарағыҙ, һеҙҙе дошман тип ҡабул итмәҫ өсөн, йүгереп ҡасмағыҙ;

- шартлау йәки атыу башланған мәлдә ергә ятығыҙ башығыҙҙы ҡул менән ҡаплап, иң яҡшыһы ышыҡ ер эҙләргә тырышығыҙ.

Төрлө ҡурҡыныс ситуацияларҙа, теракт әҙерләнгәнен осраҡлы белгән саҡта, хоҡуҡ һаҡлау органына, 01 йәки 112 телефонына шылтыратып хәбәр итергә ашығығыҙ!

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: