ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Июль 2018, 13:14

Үҙгәреш индерелде

Милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм белем биреү ойошмалары биналарына йәки уларҙың биләмәләренә республика флагын элеү нормаһы ғәмәлгә индерелде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың Дәүләт флагын һәм Дәүләт гимнын файҙаланыуҙың өр-яңы ҡағиҙәләрен билдәләгән “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында” Законды ҡабул итте.
Милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм белем биреү ойошмалары биналарына йәки уларҙың биләмәләренә республика флагын элеү нормаһы ғәмәлгә индерелде. Шулай уҡ үткәрелгән спорт, физкультура-һауыҡтырыу һәм башҡа күмәк саралар барышында Башҡортостан флагын күтәреү йәки урынлаштырыу күҙ уңында тотола.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнына бәйле үҙгәрештәр ҙә бар. Уны мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылында тәүге дәрес алдынан, дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантана осоронда яңғыратыу ҡаралған. Һәйкәлдәрҙе, дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналы йыйылыштарҙы асыу һәм ябыу мотлаҡ республика гимны оҙатыуында башҡарылырға тейеш.
- Закон мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең мөһим принциптарының береһен тормошҡа ашырыу - йәш быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоларын тәрбиәләү - маҡсатында ҡабул ителде, - ти Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. - Яңыраҡ федераль ҡануниәткә мәғариф ойошмаларында Рәсәй Федерацияһының флагын һәм гимнын файҙаланыуҙың ошондай уҡ ҡағиҙәләрен билдәләгән үҙгәрештәр индерелгәйне. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республиканың да дәүләт символдарына ҡарата тейешле нормалар ҡабул итеүҙе кәрәк тип тапты. Законда нығытылған ҡайһы бер нормалар республика ҡануниәтендә элегерәк тә билдәләнгәйне, улар ғәмәлдә әүҙем ҡулланылды. Хәҙер улар мотлаҡ буласаҡ.
Читайте нас: