ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Август 2018, 16:43

“Асыҡ һәм таҙа сара өсөн”

Һайлау комиссиялары белгестәре өсөн ҡыҙыу эш мәле.

Депутатлыҡҡа кандидаттар билдәләнде, һайлау алды агитация материалдарын баҫмаларҙа урынлаштырыуға йәрәбә үтте. Алда 9 сентябрь уҙасаҡ сәйәси сараны уңышлы һәм юғары кимәлдә уҙғарыу бурысы тора.
Район Хакимиәтендә уҙған территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Татьяна Григина етәкселегендәге ултырышта участка һайлау рәйестәре һәм секретарҙары ҡатнашты. 18 мартта уҙған сәйәси сараға әҙерлек һәм уҙғарыу барышында осраған сетерекле һорауҙарға туҡталды, уларға аңлатма бирҙе, һайлау ҡануниәтендәге яңылыҡ, үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Сараны уҙғарыуға тырышлыҡ һәм көс һалған белгестәргә рәхмәт белдерҙе.
Ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле һайлаусылар исемлегенә эләкмәгәндәр ҙә осрай, сираттағы сарала был етешһеҙлекте булдырмау мөһим. Ошо турала “Һайлау”система администраторы Айнур Хәликов сығыш яһаны һәм һайлау округтары тураһында белешмә бирҙе.
Территориаль һайлау комиссияһы секретары Рәүилә Сәйфетдинова мөһим документтарҙы теркәү, алып барыу ҡануниәткә ярашлы булырға тейеш, тип билдәләне.
Район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова һәр кем гражданлыҡ позицияһын һайлаясаҡ сараны ойошторусыларға уңышлы һәм асыҡ эш алымы теләне.


Читайте нас: