ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2018, 21:43

Ғаилә менән һайлауға

Ҡаланың 7-се мәктәбендә был көндә, ысын мәғәнәһендә, күңелле, фәһемле саралар уҙҙы. Сит тел өйрәнергә теләгәндәргә оҫталыҡ дәресе оҡшаны. Балалар һайлау темаһына арналған һүҙҙәрҙән һөйләм төҙөнө. ”Көҙ байлығы” йәрминкәһенә тәмлекәстәрҙән тыш, бесәй балаһы, көсөк, терпе лә килтергән улар. Шулай уҡ төҫлө һауа шарҙары осороу шоу-программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге булды.
Нәфисә һәм Рәүф Сәғитовтар бәләкәй улдары Азамат менән килгән. “Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәргә бурыслы. Республика, Рәсәйҙең яҡты киләсәге өсөн тауыш бирәбеҙ”, - тине улар.
Эштән алда һайлау бар, ти 2595-се һайлау участкаһына (Аптраҡ мәктәбе) исемлеккә ингәндәр. 5 тораҡ пункт халҡы алыҫ араны яҡын итеп күптәндән күрешмәгән таныштары менән аралашып, хәл белеште. Күсмә сауҙа нөктәһе эшләне. Үҙешмәкәр артистар концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Читайте нас: