ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2018, 20:55

Ауыл халҡы картуф ҡаҙа, аграрийҙар уңыш йыя

2581-се һайлау участкаһы халыҡтың иң күп йыйылыр урыны- ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Мәктәптең өлкән класс уҡыусылары спорт ярыштарында таҫыллыҡ һынаһа, ҡалғандар йәрминкәгә йәлеп ителгән. Нимә генә юҡ бында - тәмлекәстәр, йәшелсә, емеш-еләк, һөт ризыҡтары, уйынсыҡ, мәктәп кәрәк-ярағы һәм башҡалар. Хатта тере балыҡҡа ла ҡармаҡ һалырға өлгөргән малайҙар!
6 тораҡ пунктын берләштергән һайлау участкаһында төшкө 12-лә 80-дән ашыу кеше тауыш биреп өлгөргән ине, шуларҙың күбеһе ауыл хужалығы тармағы хеҙмәтсәндәре. “Аяҙ торғанда тиҙерәк яланға сығырға кәрәк”, - ти улар. Оло йәштәге һайлаусыларҙың йортона барыуға ике комиссия ойошторолған. Гражданлыҡ бурысын беренсе тапҡыр үтәгән Альберт Рафиҡов та үҙ кисерештәре менән ихлас уртаҡлашты.
“Сельские зори”, “Миләшкәй” ансамблдәре сығышы алҡыштарға күмелде. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре программаһы ла сараға килеүселәргә байрам кәйефе өҫтәне.
Читайте нас: