Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2018, 19:53

Барыһы ла һайлаусы өсөн

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутуаттар һайлау бик яуаплы ваҡиға. Нәҡ уларҙың эшмәкәрлегенә республикабыҙҙың үҫеше, халыҡтың тормош кимәле бәйле, һәм һәр граждандың тауышы мөһим икәнлеген мәләүездәр яҡшы аңлай. Шуға күрә территориаль, участка һайлау комиссиялары тарафынан аңлатыу һәм әҙерлек эштәренә айырыуса иғтибар бирелде.
2566-сы һайлау участкаһы ла һайлаусыларҙы тулы әҙерлек менән ҡаршы алды. Иртәнге мәлдә күберәк оло йәштәгеләр гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты. Йылдағыса иң беренсе һайлаусы 77 йәшлек Р.Н. Лазарева айырым билдәләнде. Шулай уҡ тәүгә үҙ хоҡуғы менән файҙаланыусыларҙы ҡотлап, Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Участка һайлау комиссияһы рәйесе В.И. Петрова билдәләүенсә, 2566-сы һайлау участкаһында исемлек буйынса 2 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Уларҙың 25-е был сәйәси сарала беренсегә ҡатнашты. Ә оло йәштәге 21 граждан һаулығы буйынса килә алмай, шуға күрә өйҙә һайлауға ғариза яҙған. Был көн участкала “Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй”, Коммунистар парияһынан дүрт күҙәтеүсе эшләне. Улар урында һайлатыуға сыҡҡанда ла оҙатып йөрөй.
2566-сы участкала һайлаусыларҙы әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән саралар ҙа ҡаралған. Күңелле музыка килеүселәрҙең кәйефен күтәрҙе. Шулай уҡ тамаҡ ялғап алыу, байрам өҫтәленә һый һайлау мөмкинлеге лә бар ине. Һуңғараҡ 4-се мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө. Ошо уҡ көндә һайлауға килеүселәр өсөн “Асыҡ ишектәр” көнө үткәрелде. Унда “Ялан кухняһы”, спорт ярыштары, уйындар ойошторолдо. Кадет кластары уҡыусыларының күргәҙмә сығыштары күптәрҙе йәлеп итте. Кескәйҙәр асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса конкурста ихлас ҡатнашты.
Был көндә округтағы һайлау хоҡуғына эйә
граждандарҙың күпселеге үҙ бурысын үтәне.
Читайте нас: