ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Октябрь 2018, 11:28

Балағыҙға алимент түләргә онотманығыҙмы?

Алимент түләмәүселәр һаны илдә йылдан-йыл арта. Район-ара суд приставтары бүлегендә 431 эш иҫәпләнә.

Быйыл 8 айҙа ғына 282 документ өҫтәлде. Алимент буйынса бурысы булған 66 кеше РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 5.35.1 статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылды. 31-енә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Суд приставына бурыслының йәшәгән, эшләгән урынын, мөлкәтен билдәләү өсөн закон менән рөхсәт ителгән бөтә сараны ҡулланырға тура килә. Балиғ булмаған балаларына алимент түләмәҫ өсөн ҡасып йөрөгәндәр эҙләүгә бирелә.
2016 йылдың 15 ғинуарында “Яза башҡарыу тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” 340-сы Федераль закон үҙ көсөнә инеүен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Был ҡанунда бурыслының транспорт саралары менән (автомобиль, моцикл, мопед, квадрацикл, үҙ йөрөшлө машина һ.б) идара итеү хоҡуғын сикләү ҡаралған. Район-ара бүлегендә был сара 10 гражданға ҡарата ҡулланылған.
Үҙегеҙҙең бурысығыҙ тураһында Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының рәсми сайтында мәғлүмәттәр банкында белергә мөмкин.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 80-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: