ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2018, 12:00

Башҡортостан Башлығы вазифаһын Радий Хәбиров башҡара

11 октябрҙә Башҡортостанды 2010 йылдан етәкләгән Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентына отставкаға сығыуы тураһында тейешле мөрәжәғәт йүнәлтте һәм республика граждандарына вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуы тураһында иғлан итте.

«Хөрмәтле республика халҡы! Был - минең шәхси ҡарар. Ул бар яҡтан да уйлап ҡабул ителгән. Сәбәбе шунда: ҡануниәткә ярашлы мөмкинлек булһа ла, мин 2019 йылда республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләмәйем. Ни өсөн мин яҙын түгел, ә хәҙер отставкаға сығырға булдым? Яңы командаға эш менән танышыу, республика халҡының абруйын яулау, уҙасаҡ һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Республикала күсәгилешлекте һәм тыныслыҡты һаҡлау зарур”.
Указ Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған көндән үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, Ишембай районы Һайран ауылында тыуған, 2003-2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе булып эшләгән Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара.
Читайте нас: