Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Октябрь 2018, 13:50

Радий Хабиров эш башланы

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһы предприятиеларында булды.

Компания идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән бергә ул «Новойл»да водород етештереү ҡулайламаһын, «Башнефть-Өфөнефтехим» нефть эшкәртеү заводында биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны. “Тәүге сәфәремде махсус рәүештә республикабыҙ иҡтисады локомотивы һәм төп һалым түләүселәрҙең береһе булған «Башнефть» компанияһына ойоштороуҙарын һораным. Мин эш менән танышырға, бында нимә барғанын, барлыҡ иҡтисады процестарҙы аңларға теләнем”, - тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республиканың эре бизнесы менән конструктив мөнәсәбәт булдырыуын дауам итәсәгенә айырым туҡталды. Шулай уҡ республика биләмәһендә эшләгән предприятиеларҙың да социаль яуаплылығын, экология, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә тейешлеген билдәләне. Сәфәр аҙағында 2017 йылда төҙөлгән Евразиялағы ҙур таҙартыу ҡоролмаларында таҙартылған һыу өлгөһөн ҡараны.
Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлап.
1989-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты.
1994-2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты өлкән уҡытыусыһы, доценты, деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры.
2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.
2008 йылда – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерация Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялары менән эш итеү департаменты директоры.
2009-2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2017-2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлағы.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Читайте нас: