ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Февраль 2019, 14:05

Етеҙ темптар менән тик алға

20 февралдә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә төп фекер - “аныҡ милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш”.

20 февралдә ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә төп фекер - “аныҡ милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш”.

Ипотека каникулдары
Кешене бөтөнләй торлаҡһыҙ ҡалдырыу, көрсөккә терәү - кешелекһеҙлектең һуңғы сиге. Владимир Владимирович ваҡытлыса килемһеҙ ҡалған, түләүҙе дауам итә алмаған граждандар өсөн ипотека каникулдары индерергә тәҡдим итте. “Әлбиттә, кредит алғанда үҙеңдең яуаплылығыңды аңлау, көсөңдө самалау мотлаҡ. Шулай ҙа тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал: эш урыныңды юғалтыу ҙа, ауыр сир ҙә. Бындай граждандарҙы яҡлау өсөн өҫтәмә ҡануни гарантиялар кәрәк”, - тине ул.
“Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡлоғон иҫәпкә алып, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын индереү мөмкин тип иҫәпләйем. Атап әйткәндә, ошондай ғаиләләр өсөн ипотека бурысын ҡаплауға - 450 мең һум”. Президент Үҙәк банкка ипотека ставкаһын 9, ә һуңынан 8 процентҡа тиклем кәметеү буйынса сараларҙы тәьмин итергә ҡушты. Шулай уҡ Үҙәк банкка һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына микрокредит биреү баҙарында тиҙ арала тәртип булдырыу, кешеләрҙе алдаҡтан, мутлыҡтан аралау бурысы тора.
Балалар тураһында хәстәрлек тейешле кимәлдәме?
Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр планкаһын ике йәшәү минимумына тиклем күтәреү тәҡдиме индерҙе. Бынан тыш, ул беренсе һәм икенсе балаға пособиеларҙы йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр алырға тейешлеген билдәләне. 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыу тураһында хәбәр итте.
Рәсәй Президенты быйылғы бюджетта уҡ ошо сараларҙы яңынан иҫәпләргә һәм күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. 2021 йылдың аҙағынаса яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү зарур. 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тип билдәләне дәүләт башлығы. Балалар күберәк булған һайын һалым аҙыраҡ булырға тейеш, шулай уҡ махсус социаль килешеү нигеҙендә айырым ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү программаһын ғәмәлгә ашырыу талабы ҡуйҙы.
Шәхси фекер
Резеда, 50 йәш:
Ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргәиғтибарҙың артыуы ҡыуандыра. Инвалид бала тәрбиәлгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү ҙә бик урынлы, реабилитация үҙәктәре лә кәрәк. Улар рухи яҡтан ғына түгел, ә тейешле медицина ярҙамына мохтаж.Пособие күләме ике тапҡырға артыуын да хуплайым.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы мөһим саралар һүҙҙә генә ҡалмаһын ине. Нисек кенә булмаһын был өлкәлә етешһеҙлектәр күп. Президент был өлкәлә бар етәкселәргә миҫал күрһәтте.
Читайте нас: