Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Февраль 2019, 14:54

Һүҙҙәр ҡолаҡты иркәләй, күҙҙәргә сират етһен

Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе.

Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе.
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһы
Ил башлығы 2020 йылдан илдә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Уға ярашлы, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләнәсәк. Башҡортостанда быйылдан башлап республика бюджетынан уларға ярҙамға 60 миллион һум бүленә башлай. Йыл һайын иң яҡшы 100 педагог 600 мең һумлыҡ грант аласаҡ.
Заман менән бергә атларға
Владимир Владимирович белдереүенсә, мәғариф системаһының йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. “2006 йылда мәктәптәрҙе Интернетҡа тоташтыра башлағанда, был ҙур алға китеш тип ҡабул ителгәйне, - тине дәүләт башлығы. - Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Ул юғары тиҙлекле булырға тейеш - секундына 100 мегабит. Был балаларға мәғлүмәткә ишек асасаҡ, яңы мөмкинлектәр бирәсәк”.
Әгәр булдыра алмайһың икән, ситкә кит
Мөрәжәғәтнамәлә Президент чиновниктарҙың һөнәри һәм әхлаҡи компетентлыҡ кимәле мәсьәләһен дә билдәләне. Ысынлап та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер етәкселәрҙең үҙенең компетентлы булмауы, әҙерлекһеҙлеге сәбәпле, проблемаларға өҫтән ҡарап, яңылыш фекер йөрөтөүе эшкә аяҡ сала.
Рәсәй “хорҡолдамаясаҡ”
Илебеҙгә ҡылыс менән килгән ҡылыстан һәләк булған - был тарих менән иҫбатланған хәҡиҡәт. “Рәсәй Федерацияһы - суверенлы ил, ул үҙ сәйәсәтен үҙе билдәләй. Шулай уҡ агрессор ҙа түгел, беҙ бер ваҡытта ла ниндәйҙер конфронтацияға беренсе булып юл асмайбыҙ, әммә мәжбүр итһәләр, лайыҡлы яуап бирәсәкбеҙ, шикләнмәһендәр”, -тип оборона-сәнәғәт комплексы темаһы буйынса ил башлығы аныҡ фекерен, һәр саҡ һөйләшеп килешеүгә әҙер булыуын белдерҙе.
Дөйөм алғанда
Мөрәжәғәтнамәлә һәр тармаҡ буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылды, улар закондар, бюджетта үҙгәрештәр, ҡарарҙар, методик кәңәштәр рәүешендә мотлаҡ тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнде. Экология һәм сүп-сар буйынса реформа ысынбарлыҡта хәл ителергә тейеш, быға еңел ҡарау, яуапһыҙлыҡ, туҡтап ҡалыу енәйәткә тиң. Идара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы законһыҙлыҡ, тәртипһеҙлек буйынса ла ҡәтғи иҫкәрмәләр яһап тәҡдимдәр индерҙе.
Уларҙың күбеһе ғаиләләргә, айырыуса һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгәндәргә, хаҡлы ялдағыларға ярҙам итеү, тыуымды яҡшыртыу бурыстарына, Әсәлек капиталы мәсьәләһенә ҡағылды. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау темаһы ла ситтә ҡалманы.
Хеҙмәт йәшендәгеләр ҙә, ололар ҙа, балалар ҙа үҙ һәләтен, мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Һәр кешенең тәғәйенлешенә ярашлы, күңеленә ятҡан эше булғанда бәхетлеләр ҙә, етештереү ҡеүәте лә артыуына айырым баҫым яһап: “Был уңышҡа беҙ мотлаҡ ирешәсәкбеҙ”, - тип һүҙен тамамланы Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Йүнәлештәр, бурыстар билдәләнде, ә инде уларҙың бойомға ашыуы һәр беребеҙгә бәйле. Нәҡ халыҡтың битарафлығы, вайымһыҙлығы енәйәтселеккә, ришүәтселеккә, бюрократияға юл аса.
Шәхси фекер

Асия Ғилманова:
Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгәндәргә, пенсионерҙарға, демографик хәлде яҡшыртыуға һәм әсәлек капиталына ҡағылышлы фекерҙәр яңғыраны. Әсәлек капиталы башлыса ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә, тимәк, өсөнсө бала тыуыуына ла этәргес була. Был демографик хәлдең яҡшырыуына килтерер, тип уйлайым.
2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаларға пособиеларҙы күтәреү бурысы ҡуйҙы – быныһы яҡшы, әлбиттә. Ләкин льготаларҙың эш хаҡына бәйләп бирелеүе менән мин риза түгел. Ни өсөн кемдер балаларын лайыҡлы тәьмин итеү өсөн тырыша, көн-төн эшләй йә, ғаиләһенән айырылып, ситкә китергә мәжбүр. Шул ғаилә ташламаларҙан мәхрүм ителә, ә башҡа берәү илке-һалҡы донъя көтә, эшләргә лә ашҡынып бармай – улар дәүләт ярҙамын тулыһынса ала. Минеңсә, был ғәҙел түгел.
Читайте нас: