Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Май 2019, 18:48

Фән һәм йәштәр

“Рәсәй ғалимдарының ситкә китеү осраҡтары әле лә бар. Беҙгә ошо хәлде яйға һалыу мөһим. Хеҙмәт кешеһе үҙенең туған теле, мәҙәниәте мөхитендә йәшәргә, бөтөн донъялағы коллегалары менән үҙ еренән тороп аралашырға, Ватаны мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш. Беҙ уға ошондай шарт булдырырға бурыслыбыҙ”, – тине Владимир Путин.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочи ҡалаһында мегагрант алыусылар һәм йәш ғалимдар менән осрашты.
Дәүләт етәксеһе һүҙҙәренсә, илдәге юғары уҡыу йорттары, ғилми ойошмалар ҡарамағында һуңғы ике йылда ғына донъя кимәлендәге яҡшы 80 самаһы лаборатория булдырылған. Хәҙер Рәсәйҙә уларҙың дөйөм һаны - 236.
Йәш ғалимдарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү, командалар формалаштырыу, оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Рәсәй ғилми фонды менән берлектә булдырылған президент программаһы ла уңышлы эшләй.
“Беҙҙең фән тармағы йәшәрә, көслөрәк була бара, конкуренцияға һәләтлелек арта. Ҡеүәтле ғилми мәктәптәр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына түгел, башҡа ҡалаларҙа ла киң үҫеш ала. Йәштәр тормош сифатына бәйле йүнәлештәргә, экология, медицина өлкәләренә иғтибар бүлә. Әйткәндәй, был йәһәттән уларға 2019 - 2027 йылдарға иҫәпләнгән генетик технологияларҙы үҫтереү федераль программаһы етди этәргес булып һанала. Беҙ илдең фәнни мөмкинлектәрен нығытыуҙы, ил төбәктәре ғалимдары өсөн заманса шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, - тине Владимир Путин.
Читайте нас: