ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Май 2019, 11:26

Владимир Путин хәрби ҡоралды яңыртырға ҡушты

Владимир Путин Сочи ҡалаһында армия һәм хәрби-сәнәғәт комплексы вәкилдәре менән оборона буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бынан һуң һәр бер ултырыш Ҡораллы Көстәрҙең бер ғәскәр төрөнә бағышланасаҡ.

Владимир Путин Сочи ҡалаһында армия һәм хәрби-сәнәғәт комплексы вәкилдәре менән оборона буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бынан һуң һәр бер ултырыш Ҡораллы Көстәрҙең бер ғәскәр төрөнә бағышланасаҡ.


Ил Президенты биш йыл эсендә ғәскәрҙәргә меңдән ашыу заманса самолет һәм вертолет тапшырыласағын белдерҙе. Шулай уҡ 2028 йылға Һауа-йыһан көстәрен 100 “Ми-28НМ” вертолеты, 76 “Су-57” самолеты менән ҡоралландырырға ҡушты.


Владимир Путин ракета һәм бомба менән йыһазландырылған самолеттарҙы яңыртыуға айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтте. “Улар барыһы ла яңы ҡанатлы ракеталарҙы һәм башҡа заманса ҡоралды ташырға әҙер булырға тейеш”, – тине.


Читайте нас: