ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июнь 2019, 15:51

Беҙ көслөбөҙ дуҫлыҡ менән

Бөгөн илебеҙ төп байрамының береһе - Рәсәй көнөн билдәләй. Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаң, Ер шарындағы иң ҙур дәүләттең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, әммә һәр дәүерҙә йәшәгән кешеләрҙең талаптарынан, сәйәси ҡараштарынан ундағы ҡоролош һәм уның менән бергә илдең исеме лә, ҡанундары ла үҙгәреп торған.

Бөгөн илебеҙ төп байрамының береһе - Рәсәй көнөн билдәләй. Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаң, Ер шарындағы иң ҙур дәүләттең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, әммә һәр дәүерҙә йәшәгән кешеләрҙең талаптарынан, сәйәси ҡараштарынан ундағы ҡоролош һәм уның менән бергә илдең исеме лә, ҡанундары ла үҙгәреп торған.

1990 йылдың 12 июнендә РСФСР Халыҡ депутаттарының беренсе съезында Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был документ, шулай уҡ “ССР Союзы һәм Федерация субъекттары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында”, “ССР Союзы, союздаш һәм автономиялы республикалар араһында иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең нигеҙҙәре тураһында” СССР закондары Башҡортостан Республика¬һының Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны әҙерләүҙең һәм ҡабул итеүҙең юридик нигеҙе була.

Илдә дәүләт суверенитетын иғлан итеү Рәсәйҙең Башҡортостан кеүек башҡа субъекттарының үҫешенә яңы мөмкинлектәр асты. Төбәктәр менән мөнәсәбәттәрҙең килешеүгә ҡоролғаны һыҙыҡ өҫтөнә алына, хоҡуҡи дәүләт төҙөлөшөнә, граждандар йәмғиәтен формалаштырыуға башланғыс һалына.

Рәсәй көнө менән бер рәттән, республикабыҙ халҡы милли батырыбыҙ Салауат Юлаев көндәрен дә билдәләй. Шулай уҡ бөгөн Өфө ҡалаһы көнө лә байрам ителә. Ошо сара уңайынан республиканың район һәм ҡала¬ларында, баш ҡалала мәҙәни күңел асыу, спорт саралары үтә, күргәҙмәләр ойошторола.

Әле Рәсәй 85 субъекттан тора: 22 республика, туғыҙ край, 46 өлкә, федераль әһәмиәттәге өс ҡала, бер автономиялы өлкә, дүрт автономиялы округ. Йыл башында Рәсәйҙә 146 793 700 кеше иҫәпләнһә, шул иҫәптән ҡалала – 109 451 324, ауыл ерендә – 37 342 420. Илебеҙ Ер шарындағы иң күп милләтле дәүләт булып тора: 190-дан ашыу халыҡ вәкиле үҙ-ара татыу йәшәй.
Читайте нас: