ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Июль 2019, 11:14

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кемдәр дәғүә итә?

8 сентябрҙә Мәләүез районы муниципаль район биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлана, шулай уҡ район һәм ҡала биләмәләре советтарына, Арыҫлан ауылы биләмәһе советына өҫтәлмә һайлау үтә.

8 сентябрҙә Мәләүез районы муниципаль район биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлана, шулай уҡ район һәм ҡала биләмәләре советтарына, Арыҫлан ауылы биләмәһе советына өҫтәлмә һайлау үтә.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кандидатты теркәне.
Һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғын “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһынан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй” партияһынан Юрий Игнатьев һәм РФ Коммунистар партияһынан Юнир Ҡотлоғужин, “Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй партияһы” партияһынан Владимир Кобзев, “Рәсәй патриоттары”-нан Рәфис Ҡадиров, “Яблоко” партияһынан Зөлфиә Ғайсина, “Граждандар көсө” партияһынан Владимир Барабаш алды.
Кандидаттарҙы теркәү тамамлана, һығымта яһарға ла мөмкин. Урындағы үҙидара органдарына 143 депутат мандатына 320 кандидат дәғүә итә. Иң күп кандидат ауыл биләмәләре Советына күрһәтелде - 305.
Шуларҙың 137-һе - “Берҙәм Рәсәй”, 18-е - Коммунистар партияһы, 4-е - “Ғәҙел Рәсәй”, 7-һе - ЛДПР, 6-һы - “Рәсәй патриоттары”, берәр - “Яблоко”, “Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн”, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партия”ларынан. Үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә һайлауҙа 130 кандидат ҡатнаша.
Мәләүез районы муниципаль район Советына депутатлыҡҡа 6 кеше дәғүә итә, шуларҙың 2-һе - “Берҙәм Рәсәй”, Рәсәй Федерацияһының Коммунистар Партияһы, “Йәшелдәр” Рәсәйҙең экология партия”ларынан - 1-әр, үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә - 2 кандидат.
Мәләүез ҡалаһы биләмәһе ҡала Советына үрҙә телгә алынған 4 партиянан өҫтәлмә һайлауға берәр кандидат ҡатнаша.
Мәләүез районы муниципаль районының Арыҫлан ауылы биләмәһе Советына өҫтәлмә һайлауға 5 кеше үҙен тәҡдим итте: “Берҙәм Рәсәй”ҙән - 2, “Рәсәй патриоттары”, “РФ Коммунистар партияһы”нан һәм үҙ-үҙен күрһәтеү тәртибендә 1-әр кандидат.
Бөгөнгә 222 кандидат теркәлгән. Һуңғы ҡарар 21 июлдә ҡабул ителә.
Территориаль һайлау комиссияһы.
Читайте нас: