ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Август 2019, 13:26

Мин ни өсөн һайлауға барам?

Йәзилә Ҡобағошова, күп йылдар ҡалабыҙҙа етәксе вазифаларын атҡарған, хәҙер хаҡлы ялда: - Республикабыҙ бер быуат инде үҙ юлы менән бара, илебеҙҙең алға киткән төбәктәренә инә. Бында, һис шикһеҙ, һәр кемдең өлөшө бар. Башҡортостандың яҡты киләсәгенә өмөтләнәм. Ҡалабыҙҙа ла яҡшы үҙгәрештәр күҙәтелә. Күберәк предприятелар эшләһен, халыҡ Себер яҡтарына йөрөмәһен, эшһеҙлек булмаһын, дөйөм ятаҡтарҙағы ғибрәттәр, тәртипһеҙлек бөтһөн, етәкселек иғтибарын шунда йүнәлтһен ине, тигән теләктәмен.

Йәзилә Ҡобағошова, күп йылдар ҡалабыҙҙа етәксе вазифаларын атҡарған, хәҙер хаҡлы ялда:
- Республикабыҙ бер быуат инде үҙ юлы менән бара, илебеҙҙең алға киткән төбәктәренә инә. Бында, һис шикһеҙ, һәр кемдең өлөшө бар. Башҡортостандың яҡты киләсәгенә өмөтләнәм. Ҡалабыҙҙа ла яҡшы үҙгәрештәр күҙәтелә. Күберәк предприятелар эшләһен, халыҡ Себер яҡтарына йөрөмәһен, эшһеҙлек булмаһын, дөйөм ятаҡтарҙағы ғибрәттәр, тәртипһеҙлек бөтһөн, етәкселек иғтибарын шунда йүнәлтһен ине, тигән теләктәмен.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә битарафлыҡ күп булды, милли кадрҙар тураһында уйланырға ваҡыт.
Районыбыҙҙа башҡорт ауылдары күп. Башҡа райондарҙағы кеүек, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр клубы, старосталар менән берлектә “Айыҡ ауыл” конкурсында әүҙем ҡатнашып, тәртип булдырылһын ине.
Мәләүез халҡын - милләттең, республиканың киләсәгенә битараф булмаған һәр кемде - һайлау учаскаларына килергә һәм лайыҡлы кандидатҡа тауыш бирергә саҡырам.

Читайте нас: