ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Август 2019, 12:41

Мин һайлауға барам

Алһыу БАЙСАРОВА, 15-се балалар баҡсаһы мөдире: “Һайлауға бараһыңмы?” - тип һораһалар, “Барам”, - тимен. Ни өсөнмө? Минең яҡты, бөгөнгә ҡарағанда яҡшыраҡ киләсәккә өмөтөм һүнмәгән әле. Башҡорт ауылдары күҙгә күренеп юҡҡа сыға бара.

Алһыу БАЙСАРОВА, 15-се балалар баҡсаһы мөдире:
“Һайлауға бараһыңмы?” - тип һораһалар, “Барам”, - тимен. Ни өсөнмө? Минең яҡты, бөгөнгә ҡарағанда яҡшыраҡ киләсәккә өмөтөм һүнмәгән әле. Башҡорт ауылдары күҙгә күренеп юҡҡа сыға бара. Туранан-тура ауылды берәү ҙә ҡырмай. Тик мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын төрлө сәбәптәр менән ябыу шуға булышлыҡ итә. Йәштәр матур итеп өйләнешеп, донъя ҡороп, атай-әсәй нигеҙен ҡоротмай, балалар үҫтереп, шау-гөр килеп йәшәрҙәр ине, әммә ауыл ерендә мөмкинселектәр тар. Шундай ауылдарҙы мин зәғиф кешегә тиңләйем. Мин өсөнсө баламды көн дә ҡалаға илтеп, мәктәптән барып алырға мәжбүрмен, сөнки ауылда уҡытыу, тейешенсә тәрбиә биреү өсөн кадрҙар етмәй, йыһазландырыу ҙа бик самалы.
Хәҙерге заман талаптарына яраҡлы тулы шәхес үҫтерәм тиһәң, бик күп көс һәм аҡса сығарырға тура килә. Телгә, милләтебеҙгә, уҡытыу-тәрбиә мәсьәләһенә ҡағылған проблемалар бихисап.
Тағы ла күңелемде әсендергән бер нәмә бар. Ул да булһа, Зәйнәп Биишева исемен йөрөткән “Китап” нәшриәтенә янаған ҡурҡыныс. Уның киләсәген дә буласаҡ етәксебеҙ төплө уйлап, ыңғай яҡҡа үҙгәртер тигән ышанысым бар. Нисек кенә булмаһын, мин Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге ыңғай яҡҡа үҙгәрер, яңы Башлыҡ халыҡҡа йөҙө менән боролор тигән өмөттә ҡалам.
Читайте нас: