ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Август 2019, 12:39

Мөһим мәсьәләләр башҡорт телендә ҡаралды

Халыҡ менән эшләйһең икән дәүләт телен белергә тейешһең Район Советының сираттағы киңәйтелгән ултырышы башҡорт телендә үтте. Унда район Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, Хакимиәт структура бүлектәре етәкселәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, район-ара прокурор, Йәштәр советы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Халыҡ менән эшләйһең икән дәүләт телен белергә тейешһең

Район Советының сираттағы киңәйтелгән ултырышы башҡорт телендә үтте. Унда район Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, Хакимиәт структура бүлектәре етәкселәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, район-ара прокурор, Йәштәр советы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Уны район Советы рәйесе Александр Суботин асты, артабан башҡорт телендә президиум ағзаһы Рәмил Мәжитов алып барҙы.
Көн тәртибенә ярашлы, район Советының 2018 йылдың 14 декабрендәге “2019 йылға һәм планлаштырылған 2020-2021 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль район бюджеты тураһында” 203-сө ҡарарына тәҡдим ителгән үҙгәрештәр менән финанс идаралығы контроле һәм бюджетты башҡарыу бүлеге начальнигы Земфира Әғзәмова таныштырҙы. Земфира Сәфәр ҡыҙы етди мәсьәләнең дә башҡорт телендә аһәңле яңғырашын еткерә алды.
Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы - баш архитектор Азат Килдебаев Мәләүез ауыл биләмәһенең генераль планындағы үҙгәрештәрҙе яҡтыртты.
Муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше секторы мөдире Марсель Ибраһимов район Советының “Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль район Хакимиәтендә һәм Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль район Советында муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәт ҡаршылыҡтарын көйләү һәм хеҙмәт тәртибе талаптарын күҙәтеү буйынса комиссия тураһында” ҡарарына һәм район Хакимиәте структураһына индерелгән үҙгәрештәр тураһында сығыш яһаны.
Артабан, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Урал Хәбибуллин һәм мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов өлкә эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Көн тәртибенә сығарылған бөтә һорауҙар буйынса ҡарар ҡабул ителде. Депутаттар ултырышы башҡорт телендә рәсми эшмәкәрлек алып барыу мөмкинлегенә дәлил булһа, был сара һуңғыһы булмауына өмөт бар. Ғөмүмән, аҫаба халыҡ телен белеү, урындағы кешеләр менән уларҙың туған телендә аралашыу тик ыңғай һөҙөмтә бирә, шулай уҡ башҡорт телен дә күтәрә, дөрөҫ, бының өсөн буласаҡ етәкселәргә юғары уҡыу йортона ингәндә башҡорт теленән имтихан биреүҙе индереү мотлаҡ.
Читайте нас: