ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Сентябрь 2019, 10:03

Бөгөн Башҡортостанда 3434 һайлау участкаһы эшләй

Бөгөн республикала 3434 һайлау участкаһы эшләй. Шуның 37-һе граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа. Һайлауҙа бөтәһе 3 миллион 049 мең 571 кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Бөгөн республикала 3434 һайлау участкаһы эшләй. Шуның 37-һе граждандар ваҡытлыса барған урындарҙа. Һайлауҙа бөтәһе 3 миллион 049 мең 571 кеше ҡатнашыуы көтөлә. Төбәк башлығын һайлауҙан тыш, республикала ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау уҙа, республика халҡына шулай уҡ 15 мең самаһы кандидаттан 7 329 урындағы совет депутатын һайларға кәрәк.
Республикала 334 меңдән ашыу һайлаусының һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын (КОИБ) файҙаланып тауыш биреү мөмкинлеге бар. Улар 225 һайлау участкаһына ҡуйылған.
Читайте нас: