ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2019, 00:56

Тоғролоҡ, илһөйәрлек өлгөһө

Һуғыш һәм унан һуңғы йылдар менән сағыштырғанда именлектә, муллыҡта йәшәйбеҙ, шулай ҙа тормоштан зарланыуҙы йыш ишетергә тура килә.

Һуғыш һәм унан һуңғы йылдар менән сағыштырғанда именлектә, муллыҡта йәшәйбеҙ, шулай ҙа тормоштан зарланыуҙы йыш ишетергә тура килә. Шағир әйтмешләй, "был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй". Матди байлығынан тыш хәҙерге заманда ваҡыты ла етмәй. Хатта атай-әсәйгә, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға иғтибар бүлергә мөмкинлек тапмайбыҙ. Көндәлек мәшәҡәт, донъя баҫа... Бөгөн дә, моғайын, кемдер һайлауға килергә лә ваҡыт таба алмағандыр әле. Ә бына 90-ға баҫҡан Раиса Петровна Санкина, аяҡтары ауыртһа ла, үҙе йөрөгәндә участкаға килеп, һайлауҙа ҡатнашыуҙы изге бурыс тип иҫәпләй. Кәфиә инәй Айбулатова ла йәше менән саҡ ҡына ҡалыша, ә ил алдындағы бурысты шулай уҡ тәүге урынға ҡуя. "Халыҡ өсөн эшләгән, ҡартлыҡты хөрмәт иткән, йәштәргә юл асҡан кешегә бирәм тауышымды", - тип дәртләнеп килә һайлау участкаһына. Ҡәнәғәт була белергә, тоғролоҡҡа, илһөйәрлеккә бына кемдәрҙән өйрәнергә кәрәк беҙгә.
Читайте нас: