ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Октябрь 2019, 11:35

Бер ай эсендә чиновниктар туризмына нөктә ҡуйылырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әгәр чиновник ҡайҙалыр барған һәм бер нимәһеҙ ҡайтҡан икән, тимәк, ул турист.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әгәр чиновник ҡайҙалыр барған һәм бер нимәһеҙ ҡайтҡан икән, тимәк, ул турист.

«Миңә бында туристар кәрәкмәй. Шуға күрә Эксперт идаралығы эшкә ҡушылһын һәм беҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙ, нимәләр алып ҡайтыуыбыҙ тураһында һығымта эшләһен», - тип йөкләмә бирҙе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға.

Бынан тыш, хәҙер чиновниктарҙың һәр сәфәре буйынса командировка йомғаҡтары буйынса шәхси отчетты күҙ уңында тотҡан регламент була. Ул теләһә ниндәй ваҡытта уға әйләнеп ҡайтыу мөмкин булһын өсөн махсус программаға индерелә.

Радий Хәбиров республика хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдиновтың Анкараға командировкаһын ыңғай миҫал итеп килтерҙе. Сәфәр һөҙөмтәһендә Төркиәнең биш инвесторы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү хаҡында килешеүҙәргә өлгәшелде.
Читайте нас: