ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ғинуар 2020, 18:50

Бөйөклөктө граждандарҙың лайыҡлы тормошо билдәләй

Республикала Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе бурыстары ғәмәлгә ашырыла башланы.

16 ғинуарҙа БР Хөкүмәте ағзалары һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ил етәксеһе Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путиндың “беҙҙең бөйөклөгөбөҙ граждандарыбыҙҙың лайыҡлы йәшәү кимәле менән билдәләнә” тигән һүҙҙәре осраҡлы булмауына иғтибарҙы йүнәлтте.
Демография буйынса Радий Хәбиров сентябрь айында 2024 йылға республика халҡын 4 миллион 100 меңгә еткереү бурысы ҡуйған указ ҡабул иткәйне. Президент 2021 йылға бөтә мәктәптәрҙе юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырырға, музыка, сәнғәт мәктәптәрен тәртипкә килтерергә, уҡытыусыларҙың квалификацияһын даими күтәрергә ҡушты. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика етәксеһе вице-премьер Фәнүр Йәғәфәровҡа һәм Мәғариф министрлығына Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтын үҙгәртеп ҡороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә йөкләмә бирҙе. Институт һаҡлап ҡалынырға, ләкин заман талаптарына тура килергә тейеш. 1 сентябрҙәе класс етәкселеге өсөн түләү төбәк өҫтәмәһе менән бергә 7 700 һум була.
Читайте нас: