ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Ғинуар 2020, 12:19

Мартта уҡ түләй башларға ниәтләйҙәр

Башланғыстарҙы үткәреүгә йәшел ут биреү өсөн

Хәҙерге ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге йөкләмәләрҙе үтәү өсөн кәрәкле закон проекттары ҡарала. Тәүге бала өсөн әсәлек капиталын, балаларға торлаҡ түләүҙәре март-апрель айҙарында уҡ ғәмәлгә индерә башлау планлаштырыла. Ләкин бының өсөн «Балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында» һәм «Ғаиләгә булышлыҡ итеүҙең өҫтәмә саралары тураһында» ғәмәлдәге закондарға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерергә кәрәклеге билдәләнә Федерация Советында. Башланғыстарҙы үткәреүгә йәшел ут биреү өсөн федераль бюджет иҫәбенә түләүҙәрҙе финанслауҙы ла үҙгәртеү мотлаҡ.
Читайте нас: