Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Март 2020, 00:46
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында етәксе алмашынды
Бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын Искәндәр Юлдашев биләне. Ул Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһыбашҡарма директоры итеп тәғәйенләнде.
Ғәлим Яҡупов 1972 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Профессиональ журналист. 1993 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында мөхәррир вазифаһында эш башлай. 2000-2004 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары – радиотапшырыуҙар студияһы директоры булып эшләй.
Һуңынан Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. 2011-2017 йылдарҙа – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры. 2017 йылдың мартында - Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары, һуңынан 2017 йылдың июлендә «Матч ТВ» федераль спорт телеканалының Екатеринбург филиалы етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2018 йылдан - «Вся Уфа» телеканалының генераль продюсеры. Хәҙер Ғәлим Яҡупов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын етәкләй.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты