ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Апрель 2020, 17:26

Юлдар төҙөкләндерелә

Рәсәйҙең ике бәләһе бар, тиҙәр. Шуларҙың береһе - юлдар. Уларҙың торошо водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә бер тигеҙ борсой.

Рәсәйҙең ике бәләһе бар, тиҙәр. Шуларҙың береһе - юлдар. Уларҙың торошо водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә бер тигеҙ борсой.
Республика халҡы өсөн дә юл торошо, ундағы соҡор-саҡырҙар, шул сәбәпле ватылған машиналар көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Быйылғы план буйынса төҙөкләндереү эштәре 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлдарҙағы һәм ихаталарҙағы соҡорҙарҙы һанлаштырыу эше өсөн яуаплылыҡ Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелгән. Урындарҙа уны муниципалитет етәкселәре ойоштора. Соҡорҙарҙың ҡайһы урында, ниндәй күләмдә булыуы тикшерелеп, теркәлгәндән һуң документ әҙерләнә. Барлыҡ саралар үткәс, төҙөкләндереү эштәре башлана. Соҡорҙар үлсәмен, уларҙың ҡайҙа урынлашыуын күрһәткән мәғлүмәт буйынса берҙәм электрон база булдырыла. Был ысул сығымдарҙы дөрөҫ бүлеү өсөн уңайлы.
Беҙҙең районда ла юлдарҙың емерелгән ерҙәрен, соҡорҙарын ямау буйынса эштәр бара. Салауат ҡалаһына илткән, шулай уҡ Мәләүез - Рассвет һәм ҡала ситендәге юлдың көнбайыш өлөшө ремонтланған. Бөгөн уның көньяҡ өлөшөндә эш дауам итә. Тәү сиратта, хәрәкәт күп булған юл селтәре төҙөкләндерелә. Район буйынса ремонт эштәрен «Башкиравтодор» ойошмаһының Мәләүез филиалы башҡара. Ҡала урамдарын төҙөкләндереү менән бер нисә юл - төҙөлөш предприятиеһы шөғөлләнәсәк.
Әлегә юлдар тәртипкә килтерелә, һуңыраҡ унда асфальт түшәлә.
Барлыҡ төҙөкләндереү эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ремонт өсөн райондарға бишәр миллион һум аҡса бүленә.
  • Беҙҙең район бюджетынан был маҡсатҡа йүнәлтеләсәк 28 миллион һум аҡсаның 15, 5 миллионы ҡала юлдарын төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ, - тип белдерә район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Василий Егоров. - Шулай уҡ «Тыуған урам» программаһы сиктәрендә ауыл урамдары ремонтланасаҡ. Ергән ауылының Тыныслыҡ урамын төҙөкләндереү эштәре лә быйылғы планға индерелгән.
  • Читайте нас: