ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Апрель 2020, 15:42

«Эшҡыуарлыҡ сәғәте» - онлайн-режимда

Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осор урындағы йүнселдәрҙең эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Үҙ кәсебен артабан үҫтереү, камиллаштырыу, шуға бәйле килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү ниәте менән янған урындағы эшҡыуарҙарға район етәкселеге менән бәйләнешкә сығырға заманса технологиялар ярҙамға килә.

Барлығы ике проект ҡаралған сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» онлайн-режимда үтте.
Александр Емелин фермерлыҡ эше менән 2006 йылдан алып шөғөлләнә. Уның хужалығында һыйыр малы 140 башҡа еткән, сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны - 1100 гектарҙан ашыу. Етештерелгән продукция «Деревенька» магазины аша һатыла.
Александр Анатольевич киләсәктә үҙ хужалығын үҫтереү маҡсатында республика конкурсында ҡатнашмаҡсы. Рассвет ауылында урынлашҡан фермаға капиталь ремонт яһау, 20 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы һатып алыу өсөн грант алмаҡсы йүнсел. Шулай уҡ хужалыҡҡа техника һәм ҡорамалдар ҙа кәрәк. Район етәкселегенән фермер шәхси эшмәкәрлегенә бәйле байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һораны һәм үҙ проектын тәҡдим итте.
Сәләмәтлек өсөн файҙалы продукция етештереүсе «Аҡтирмән» йәмғиәте ауыл хужалығы кооперативы ойошторған. Уның коммерция директоры, эшҡыуар Рима Күлбаева ла республика конкурсында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Тәҡдим иткән проект ғәмәлгә ашһа, грант аҡсаһына ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе һәм етештереүсе ҡоролмалар һатып алынасаҡ.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралған ике проект та етәкселек тарафынан хуплау тапты, улар республиканың ауыл хужалығы министрлығына ебәреләсәк.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: