ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Апрель 2020, 01:50

Конституцияға ниндәй төҙәтмәләр кәрәк?

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыуынан күренеүенсә, граждандарҙың күп өлөшө медицина хеҙмәтләндереүенең уңайлы һәм сифатлы булыуын Конституцияға индереләсәк иң мөһим үҙгәреш тип һанай.

Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыуынан күренеүенсә, граждандарҙың күп өлөшө медицина хеҙмәтләндереүенең уңайлы һәм сифатлы булыуын Конституцияға индереләсәк иң мөһим үҙгәреш тип һанай.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 95 процентының фекере был.
Шулай уҡ 94 процент балаларҙы Рәсәйҙең дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө тип таныу яҡлы. Артабан тәбиғәтте һәм үҙенсәлекле тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау (93 процент), йыл һайын пенсия күләмен мотлаҡ индексациялау (92 процент) тураһындағы төҙәтмәләр. Иң мөһим булған биш төҙәтмә араһында минималь эш хаҡын йәшәү минимумынан түбәнерәк итмәү тураһындағы пункт бар (92 процент).
Дәүләт суверенитетын һаҡлау буйынса төҙәтмәләр араһында Рәсәй халҡы өсөн иң мөһиме – дәүләттең бөтөнлөгө тураһында төҙәтмә (88 процент). Үҙ фекерен белдергәндәрҙең 83 проценты чиновниктарға сит ил гражданы булыуҙы һәм сит илдә иҫәп асыуға ҡаршы булыуын белдергән, шулай уҡ судьяларға ла сит ил банктарында иҫәп-хисап алып барыу, аҡса һаҡлауҙы хупламағандар - 81 процент. 74 процент иһә Конституцияның халыҡ-ара хоҡуҡтарҙан өҫтөн булыуын теләй.
Сәйәси мәсьәләләргә ҡағылышлы, халыҡтың 64 проценты Президентҡа киләһе һайлауҙа ҡатнашыуҙы сикләүҙе бөтөрөү яҡлы. 62 процент – берҙәм асыҡ власть системаһы булдырыуҙы, 51 процент – Дәүләт Думаһының һәм 49 процент Федерация Советының вәкәләттәрен киңәйтеү яғында.
89 процент рус теленең статусын нығытыу өсөн, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауға – 88 процент, Рәсәй мәҙәниәтенең үҙенсәлеге тураһындағы төҙәтмәгә – 86 процент, ғаилә институтын һаҡлауға 83 процент ыңғай ҡарашта. 79 процент барлыҡ халыҡтарҙың һәм этник берләшмәләрҙең үҙбилдәләнешен ил кимәлендә һаҡлау тураһындағы төҙәтмәне индереү кәрәклеген билдәләй.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 22 апрелгә билдәләнгәйне, әммә киҫкен хәл сәбәпле ул билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде. Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, тауыш биреү көнө илдәге хәл-торошҡа ҡарап билдәләнәсәк.
Фото интернеттан
Читайте нас: