ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Май 2020, 17:05

Ял урындары асылды

12 майҙан үҙизоляция режимы үҙгәрҙе. Хәҙер граждандарҙың парк, сквер, балалар майҙансыҡтарына сикләүһеҙ сығыу мөмкинлеге бар.

12 майҙан үҙизоляция режимы үҙгәрҙе. Хәҙер граждандарҙың парк, сквер, балалар майҙансыҡтарына сикләүһеҙ сығыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең ҡаланың «Дан», Юрий Гагарин исемендәге парктары, «Ғаилә», «Йәшлек» скверҙары, барлыҡ спорт һәм балалар майҙансыҡтары асылды. Был урындарҙа иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем йөрөргә мөмкин. Үҙ аллы изоляция режимы йомшарһа ла, ҡайһы бер сикләүҙәр үҙгәрешһеҙ ҡалды. Ял итеү урындарында битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ. Шулай уҡ кешеләр араһында метр ярымлыҡ дистанция һаҡланырға тейеш.
17 йәшкә тиклемге балаларға киске 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем йәмәғәт урындарында өлкәндәр оҙатыуынан башҡа йөрөргә ҡушылмай. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн комендант сәғәте һаҡлана. Уларға киске 6-нан иртәнге 6-ға тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа тәҡдим ителә.
Фото интернеттан.
Читайте нас: