ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Май 2020, 14:24

Беҙ бергә!

Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осорҙа республика һәм муниципалитет етәкселеге кешеләр өсөн төрлө ярҙам саралары булдырҙы.

Коронавирус инфекцияһына бәйле ҡатмарлы осорҙа республика һәм муниципалитет етәкселеге кешеләр өсөн төрлө ярҙам саралары булдырҙы. «Беҙ бергә!» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә беҙҙең район һәм ҡаланың 65 һәм унан өлкән йәштәге, айлыҡ килемдәре 8600 һумдан кәм булған граждандарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары тапшырылды. Районда был категорияға ҡараған барлығы 867 кеше иҫәпләнә. Республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек, башлыса туҡмас, ярма, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, печенье, сәй һалынған тупланмаларҙы ололарға ирекмәндәр таратты.
Читайте нас: