Конгэк
+21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Май 2020, 16:02
Коронавирусҡа бәйле Һайлау тураһында кодекс үҙгәртелә
Һайлау көнө күсерелгән осраҡта, ғәмәлдәге депутаттар, яңы состав һайланғансы, үҙ бурыстарын башҡара.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта Һайлау тураһында кодексҡа үҙгәрештәр менән закон проектын ҡарарға йыйына. Был документ яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы ваҡытында әҙерләнгән. Республика биләмәһендә юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә булһа, һайлауҙы күсерергә мөмкин.
«Пандемия шарттарында һайлау үткәреү граждандар һаулығына хәүеф менән янағанлыҡтан, бындай сараны кисектереү мөмкинлеге булырға тейеш. Коронавирусҡа бәйле хәлдең күпме дауам итерен белмәйбеҙ. Бынан тыш, ошондай хәл-ваҡиғаларҙың ҡабатланыуы ихтимал. Бөтә нәмәгә әҙер булырға кәрәк. Быйыл республикала урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлау, Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау була», - тине Дәүләт Йыйылышы спикеры
Константин Толкачев.
Һайлау көнө күсерелгән осраҡта, ғәмәлдәге депутаттар, яңы состав һайланғансы, үҙ бурыстарын башҡара.
Башинформ.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар