ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Июнь 2020, 18:17

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын оҙайттылар

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға электрон яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын оҙайттылар. Һөнәре өйҙән эшләүҙе күҙ уңында тотмаған 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәргә 29 майға тиклем эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙына хоҡуҡ бирелгәйне.

Эшләп йөрөгән пенсионерҙарға электрон яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын оҙайттылар. Һөнәре өйҙән эшләүҙе күҙ уңында тотмаған 65 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәргә 29 майға тиклем эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙына хоҡуҡ бирелгәйне.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ул 11 июнгә тиклем оҙайтылды. 1 июндән 11-нә тиклем ҡаралған электрон яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары элекке кеүек үк (12-29 май) Социаль страховкалау фонды иҫәбенә түләнә. Ул эш биреүселәрҙең Социаль страховкалау фондына ебәргән мәғлүмәтенә ҡарап түләнәсәк, тип хәбәр итә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.
Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: